Бөгөн Хөкүмәттә "Сәләмәтлек сәғәте" ултырышында был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерелде. Уҙған аҙнала Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ "Сәләмәтлек сәғәте"ндә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ документы һәм дарыуҙарға рецепт биреүҙе фельдшерҙарға ла рөхсәт итеү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушҡайны.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, һәр район йәки ҡалала дауаханадарҙың баш табиптары бойороҡ сығарып фельдшерҙарға ла дарыуҙарға рецепт яҙырға рөхсәт ите ала. "Болничний"ға килгәндә, бында ла ошондай тәртип ҡарала. Фельдшер ауырығанлыҡ ҡағыҙын бирә ала, әммә уны ябыу өсөн табипҡа барырға тура киләсәк.
Бөгөнгә республикала 162 фельдшер ауырығанлыҡ ҡағыҙын һәм дарыуҙарға рецепт яҙырға хоҡуҡлы. Төбәктә бөтәһе 2 мең белгес иҫәпләнә. Шуға башҡаларына ла рөхсәт итергә кәрәк, тип белдерелде ултырышта.
Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 14 февралгә тиклем башҡарылған эш буйынса отчет әҙерләргә ҡушты.