Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин: - Автобустар балалар өсөн уңайлы, йылы. Бар шарттар булдырылған.
Башҡортостан райондары араһында иң күп автобустар Әбйәлил районында талап ителә. Унда мәктәп транспорты 60-тан ашыу ауыл уҡыусыларын йөрөтә.
Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова: - Быйыл беҙ дүрт автобус алдыҡ. Өс мәктәпкә улар тапшырылды. Сөнки уларҙың ваҡыты сыҡҡан, иҫкергән ине. Ташбулат мәктәбенә газель өҫтәп бирелде. Таҡы ла ике автобус көтәбеҙ.
Яңы мәктәп автобустарының төп үҙенсәләге хәүефһеҙлек менән бәйле. Транспорт алыҫтан уҡ күренә, өҫкө өлөшөнә һары төҫтәге маяҡ уттары беркетелгән. "Балалар өсөн мәктәпкә юл уңайлы булырға, автобустар бысраҡ һәм һыуыҡ булмаҫҡа тейеш. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.