Мәләүез районында тыуып-үҫкән Маһира апай бынан 60 йыл элегерәк Мостафа ауылына килен булып төшкән. Фәйез ағай менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, үҙ өйө бар. Фәйез ағай бер нисә йыл инде гүр эйәһе.
- 1959 йылдан бирле ошо ауылда йәшәйем. Аллаға шөкөр, бик уңдым. Ашҡаҙар буйында урынлашҡан ауылды ла, уның халҡын да яраттым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда сөгөлдөр утаным. Һәр йыл район гәзитен алдырҙыҡ. Әле лә "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенең һәр һанын көтөп алам һәм яратып уҡыйым. Хат ташыусы Земфира Лоҡманова гәзит-журналдарҙы ваҡытында килтерә. Шул арала хәлдәребеҙҙе белешеп ала. Балаларым да йыш килеп тора. Уларҙың барыһына ла, күршеләремә лә рәхмәт. Яңы йыл алдынан барығыҙҙы ла, шулай уҡ район гәзите хеҙмәткәрҙәрен дә байрам менән ҡотлайым. Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем, - тигән теләктәрен белдерҙе Маһира Ғайфулла ҡыҙы беҙҙең менән һаубуллашҡанда.