Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 11:32

Эштәре лә, ниәттәре лә изге

Стәрлебаш ауылынан Рауил Хәсәновҡа (һүрәттә) урта мәктәпте, һәм хатта 8 класты ла тамамларға тура килмәй. Мөмкинлеге булмай. Әммә белеме булмауы уға йәшәргә һәм эшләргә, изге эштәр башҡарырға ҡамасауламай. Ул бер ваҡытта ла ниндәйҙер ҡаҙаныштар артынан ҡыумай, ә намыҫы буйынса ябай һәм ғәҙел йәшәй. Иң яҡшы балта оҫталарының береһе тип иҫәпләнә. Ул үҙе төҙөгән йорттарҙың һанын аныҡ ҡына әйтә алмай, әммә үҙенең эш ҡоралдары менән хатта баш ҡалаға уҡ барып етә!

- Мин бәләкәй саҡтан уҡ эшләп үҫтем - бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Атайымды фронтҡа алманылар, әммә һуғыш башланғандан алып аҙағына тиклем ул фронт өсөн саңғы һәм еңел арбалар эшләгән артелдә балта оҫтаһы булып эшләне. 1942 йылда Миңлеғәли ағайымды һуғышҡа алдылар. Тәүҙә унан хаттар йыш килде, һуңынан туҡтаны. Ул фашистар менән ҡаты алыштар барған Ржев эргәһендә хәбәрһеҙ юғалды. Шул уҡ йылда мин беренсе класҡа барҙым. Татар мәктәбендә Мәрхәбә апай Исмәғилевала уҡыным. Дүрт класс белем алғандан һуң колхозға эшкә урынлаштым, төрлө эш башҡарыусы итеп алдылар. Минең кеүек «хеҙмәтсәндәр» етерлек ине, сөнки кластың яртыһы тиерлек уҡыуын дауам итә алманы. Аслыҡ ине, ә колхозда икмәк тә бирәләр, ашата ла торғайнылар.

Рауил Мәжит улы армияға алынғансы - 1952 йылға тиклем колхозда эшләй. Май айында саҡырыу ҡағыҙы ала. 3,5 йыл Германияла, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас балта оҫтаһы булып эшләй башлай. Өйләнә. Тормош иптәше Фәниә менән 62 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп атлайҙар. Фәниә Вәлиулла ҡыҙы ғүмер буйына һәйбәт хужабикә, ҡәйнәһе һәм ҡайныһы өсөн хәстәрлекле килен, һөйөклө ҡатын һәм әсәй була. Өйҙә һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип, ә өҫтәлдә ҡайнар аш һәм балаларының тамағы туҡ була - быларҙың барыһы ла ҙур йөрәкле һәм изге күңелле ошо ханым арҡаһында. Биш бала тәрбиәләп үҫтерә улар.

Рауил Хәсәнов төрлө ойошмаларҙа балта оҫтаһы булып эшләй. Һөнәре һорау менән файҙалана һәм кәрәкле була. Дөйөм алғанда, бер көн дә эшһеҙ ултырмай. Уның оҫталығы һәм эш тәжрибәһе район үҙәгенең Ленин урамында урынлашҡан мәсеттәрҙе төҙөгәндә лә кәрәк була.

- Минең дини юлға баҫыуымда Әнүәр ағай Хөсәйеновтың роле бик ҙур. Беҙ уның менән Аллаһы Тәғәлә йортона тәүҙә вәғәздәр тыңларға, һуңынан - намаҙ уҡырға бергәләп йөрөй башланыҡ.

Мәсет-мәҙрәсә төҙөлә башлағас улар тәүгеләр иҫәбендә ярҙам ҡулы һуҙа: халыҡтан аҡса йыялар, төҙөлөш материалдары һатып алалар.

Рауил Мәжит улы финанс-хужалыҡ эштәрен алып бара һәм быға бик яуаплы ҡарай.

- Шул ваҡытта яҡташыбыҙ Радмир Хәсәнов һәйбәт ярҙам күрһәтте, нигеҙ һалырға кәрәкле материалдар ҡайтартты. Ҡайһы бер эштәрҙе халыҡ менән бергәләп эшләнек, ә ҡайһы берҙәре өсөн бригада ялланыҡ, - тип хәтерләй төҙөлөш ваҡыттары тураһында Рауил Мәжит улы. - Эшкә минең улдарым, Әнүәр ағайҙың улдары һәм туғандары ҡушылды. Фәнил Хөсәйенов (район электр селтәрҙәренең элекке начальнигы), Муса Ноғоманов (юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы), Хөсәйеновтар, Әхмәҙиевтар һ.б. ҙур ярҙам күрһәтте.

Рауил ағай мәҙрәсә, һуңынан мәсетте төҙөүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәтле. Мәсет шулай уҡ халыҡтың әүҙем ҡатнашлығы менән төҙөлә. Ә бинаның ҡыйығы өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуҙа проблемалар тыуғас, Рауил Хәсәнов менән Әнүәр Хөсәйенов финанс бүлеү үтенесе менән Өфөгә, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға баралар.

Шулай итеп, дөйөм тырышлыҡ менән Стәрлебашта тағы бер мәсет төҙөлә. Ә мәҙрәсәлә шул ваҡытта Ғәлиәкбәр хәҙрәт Искәндәров ислам нигеҙҙәренә өйрәтә.

Ағымдағы йылдың май айында, Тәтер-Арыҫлан ауылында мәсет асҡан мәлдә, Рауил Хәсәнов йәмғиәттең рухи-әхлаҡи тергеҙелеүенә ҙур өлөш индергәне өсөн юғары баһа - «Әл-Иғтисам» («Берҙәмлек») Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты миҙалын ала. Уны Тәлғәт Тажетдин тапшыра. Ошондай уҡ миҙалға Әнүәр Хөсәйенов та (вафат булғас) лайыҡ була, награданы Әнүәр Биктимер улының улына тапшыралар.

Ошо декабрь айында Рауил Мәжит улы 85 йәшлек юбилейын билдәләне.

- Иҫән-һау, ғаиләм менән ошо йәшкә етеүемә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен. Балаларымдан тыш, минең 10 ейәнем һәм 10 бүләм бар. Уларға ла ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйем. Мәсеттәребеҙ бер ҡасан да буш тормаһын ине, уларҙың ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, - тип теләне әңгәмәбеҙ аҙағында юбиляр.

Әйткән теләктәрегеҙ Аллаһы Тәғәләнең амин тигән ваҡытына тура килһен. Ә һеҙгә, хөрмәтле Рауил ағай, сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.


Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: