Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 11:28

Алдынғылар иҫәбендә

Алик Ғәфиев (һүрәттә) «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Ул яҙғы баҫыу һәм урып-йыйыу эштәрендә әүҙем хеҙмәтсәндәрҙең береһе. Миҙгел тамамланғас та ул эшһеҙ ултырмай - шөғөл һәр ваҡыт табыла, теләк кенә булһын.

Уға беркетелгән ЗИЛ автомашинаһы һәр саҡ юлда. Водитель бурыстарына ашлыҡ һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын ташыу инә. Һәм әйтергә кәрәк, Алик Ғафан улы үҙ бурыстарын һәйбәт үтәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәтсәне тип танылып, ауыл хеҙмәтсәндәре слетында район Советының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Хеҙмәт биографияһын бик яҡшы башлай ул.

Алик - Баҡый ауылы егете. Стәрлебаш училищеһында автомеханикка уҡый, бер үк ваҡытта иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, ул егеткә киләсәктә мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Артабан армияла, эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Хеҙмәт бурысын үтәп, ир ҡорона инеп, тормош тәжрибәһе туплап өйөнә ҡайта һәм оҙаҡламай агрофирманың хеҙмәт коллективына ҡушыла.

Билдәләп үтергә кәрәк, тырышлыҡ һәм егәрлелек уның ҡанында. Атаһы - Ғафан Ғәлимәрҙән улы байтаҡ йылдар механизатор, әсәһе - Светлана Петровна - малсылыҡ фермаһында лаборант булып эшләй. Улар ауылдаштары өсөн үнәкле һәм хөрмәтле ғаилә.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: