Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 11:26

Профессор. Педагог. Үҙ һүҙендә торған лайыҡлы хеҙмәткәр

Профессор, биология фәндәре докторы. Уның фәнни эшмәкәрлеге бал ҡорттары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙың заманса ысулдарын эшләү һәм индереүгә, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте апимониторинглауға бәйле. Ул алты патентҡа эйә, 200-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән ете монография һәм уҡыу әсбаптары баҫтырып сығарған. Алтын, көмөш миҙалдар, «Алтын көҙ» һәм «Агрокомплекс» (2007- 2017) XVII Халыҡ-ара махсус агросәнәғәт күргәҙмәһенең I дәрәжә дипломы, СССР халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Урман рыцары» маҡтаулы исеме бирелгән. Быларҙың барыһы ла Ҡарағош ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Вәрис Рәфҡәт улы Туҡтаров тураһында. Миңә 1981-1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уның менән бер курста уҡырға тура килде.

Был илаһи мәл - студент йылдары булды. Тәүге көндәрҙә үк беҙҙе курс активы - комсорг, староста һәм парторг менән таныштырҙылар. Уларҙың барыһы ла беҙҙән өлкән ине. Нәзиф Закиров һәм Вәрис Туҡтаров армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандар. Вәрис Күмертау физкультура техникумын уңышлы тамамлап, Айҙарәле урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп өлгөргән, Зөмәрә Ғилметдинова, әйткәндәй, шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙ, Ленинград училищеһын тамамлаған. Уларҙың өсөһө лә рабфакта уҡыған һәм деканатта уларҙы яҡшы беләләр ине.

Беҙҙең курс старостаһы - спортсы, зәңгәр күҙле матур егет Вәрис Туҡтаровтың яҡташым булыуын белгәс ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ унан бер аҙ ҡурҡа инек, ул бик талапсан, хатта ҡырыҫ, принципиаль, аҙ һүҙле, тотанаҡлы кеүек ине. Хәйер, был ғәжәпләнерлек түгел. Ауыл хужалығы институты тарихында тәүге тапҡыр бында умартасыға уҡырға алыҫ Вьетнамдан да килгәйнеләр. Шуға күрә курс активына, шулай уҡ башҡа студенттарға ла талаптар көслө ине. Аллам һаҡлаһын, сит ил халҡы алдында оятҡа ҡалырға яҙмаһын. Республиканы һәм илде тик яҡшы яҡтан күрһәтергә кәрәк ине. Әммә Вәрис үҙен әллә кем итеп күрһәтеп йөрөмәне. Беҙҙең менән дә, вьетнамдар менән дә ул итәғәтле, изгелекле булды.

Уның тормошта күп нимәгә ирешәсәге шунда уҡ күренә ине. Вәрис бер ҡасан да буш һүҙ һөйләп, вәғәҙәләр биреп йөрөмәне. Һәйбәт уҡыны, төрлө саңғы ярыштарында факультет һәм институт данын яҡлауҙан тыш, Урал зонаһы, Рәсәй, «Спартак» ЦС ярыштарында Башҡортостан һәм Баш ДСО «Спартак» йыйылма командалары составында сығыш яһаны. Бер һүҙ менән әйткәндә, уға һәр эштә ышанырға, уның менән тау-таш аҡтарырға мөмкин ине.

Студент йылдарында ул Нәзиф Закиров менән «Айболит» төҙөлөш отряды етәксеһе ине. Шулай уҡ республика интернациональ отряды составында Германияға барыу хоҡуғына лайыҡ була. Бындай уңыш һәр кемгә йылмаймай. ВЛКСМ Үҙәк Комитеты билдәһе менән бүләкләнә. Ҡасандыр студент йылдарында мәктәп тормошо тураһында иҫкә төшөрҙөк... Вәрис шул саҡта уларҙың Ҡарағош мәктәбендә бик аҡыллы уҡытыусылар эшләүен билдәләне. 8 класта беренсе сирек йомғаҡтары буйынса математика уҡытыусыһы Ләлә апай Мәҡсүтова уға икеле билдәһе ҡуя. Был уға шул тиклем тәьҫир итә һәм ул ошо фәндән бик тырышып уҡый башлай һәм икенсе сиректә журналда... бишле билдәһе ҡуйыла. Ә февралдә математика буйынса район олимпиадаһында ул... икенсе урын яулай!

Уҡыу йылдары артта ҡалды. Беҙҙең интернациональ курста белем алған Төркмәнстан, Дағстан, Ингуш республикаларынан студенттар элекке Советтар Союзы буйлап таралышты. Вәрискә ауыл хужалығы институтында умартасылыҡ һәм зоология кафедраһында производствоға өйрәтеү мастеры булып ҡалырға тәҡдим иттеләр.

Бер ваҡыт беҙ - курсташтар бер-беребеҙҙе юғалттыҡ һәм был ғәжәп түгел. Беҙгә үҙгәртеп ҡороу йылдарының барлыҡ ауырлыҡтары аша үтергә тура килде. Беҙгә ҡырағай баҙар, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек дәүерендә йәшәргә тура килде. Артабан тормош яйға һалына башланы, кеҫә телефондары, Интернет барлыҡҡа килде. Тәүге тапҡыр курсташтарыбыҙ менән 15 йылдан һуң осраштыҡ. Әлбиттә, беҙҙе Вәрис менән Нәзиф йыйҙы. Курс активы 15 йылдан һуң да әүҙем ҡалды, ә һуңынан биш йыл һайын был осрашыуҙар традицияға әүерелде.

Беҙҙең староста ошо йылдарҙа ВНИИ ВСГЭ (Мәскәү ҡалаһы) ҡарамағында аспирантура тамамлап, умартасылыҡ һәм зоология кафедраһында ассистент булып эшләп өлгөргән. 1991 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Уның эштәре Бөрйән ҡортон һаҡлап ҡалыу проблемаһына бағышланыуы менән үҙенсәлекле була. Ә уның фәнни эшмәкәрлеге мөһим проблеманы хәл итеүгә - умарта күстәренең продуктлылыҡ технологияһын камиллаштырыу һәм умартасылыҡты ветеринар-санитар хеҙмәтләндереү буйынса экологик хәүефһеҙ системалар эшләүгә йүнәтелгән. 1996 йылда Мәскәү ВНИИ ветеринар санитария, гигиена һәм экология докторантураһына саҡырыла. 2000 йылда биология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Әлеге ваҡытта Вәрис Рәфҡәт улы профессор, Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй. Уның доктор һәм фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертация советы рәйесе итеп һайланыуы В.Р.Туҡтаровтың юғары дәрәжәһе һәм уның ғилми ҡаҙаныштарының танылыуы тураһында һөйләй. Ул фәндәр докторы, өс фән кандидаты әҙерләгән, ике дәғүәсеһе кандидатлыҡ дессертацияһын тамамлай.

Бөгөн минең курсташым тормошта күп нимәгә ирешкән генә түгел, әммә, иң мөһиме, бәхетле кеше лә. Сөнки ул, ғаиләһендә бәхетле. Тормош иптәше Гүзәлиә Барый ҡыҙы менән улар йөҙ йыл таныш, дөрөҫөрәге, ауылдаштар булараҡ 8 йыл бер мәктәптә бер класта уҡыйҙар, бер парта артында ултыралар. Ул - элекке медицина хеҙмәткәре, бөгөн хаҡлы ялда. Тыйнаҡ, аҙ һүҙле, изгелекле, эшһөйәр, итәғәтле, ышаныслы һәм тоғро. Ошо йылдарҙа ул тормош иптәшенең терәк-таянысы, ғаилә усағын һаҡлаусы, уның тылы, кәңәшсеһе, һаҡсыһы. Уларҙың ғаиләһендә һәр ваҡыт беренсе ролдә Вәрис тора, ә ул һиҙҙермәй һәм тыныс ҡына уның йәнәшәһендә бара. Әммә, халыҡ араһында әйтелгәнсә: «Һәр уңышлы ир артында ҡатын-ҡыҙ тора». Бына Туҡтаровтарҙа ла тоғролоғо, ҡаршы һүҙ әйтмәүе, көйҙөрмәүе, һүҙҙәр менән генә түгел, хатта өндәшмәүе менән дә ирен һәр йәһәттән хуплаусы Гүзәлиә ханым тормош иптәшенең таянысы. Ул тыныс холоҡло, һәр ваҡыт көтә, ҡаршылай, оҙата, бер ваҡытта ла иренә үпкә белдермәй, уны аңлай, һәр ваҡыт тәмле аш-һыу әҙерләй, тормош иптәше һәр ваҡыт бөхтә йөрөһөн, яҡындары, өйө өсөн күңеле тыныс булһын тип тырыша. Сөнки унда - ышаныслы тыл. Профессор Туҡтаровтың юғары исемдәрендә уның тыйнаҡ ҡатынының да өлөшө аҙ түгелдер, тип уйлайым. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың араһындағы мөнәсәбәт йылы, тулҡынландырғыс. Ирле-ҡатынлы бер-береһенең, яҡындарының һәм тирә-яҡтағыларҙың ҡәҙерен белеп йәшәй. Гүзәл ирен шаяртып ҡына Өфөнөң баш табибы тип йөрөтә, сөнки туғандары, дуҫтары, ауылдаштары сирләп китһә, тәү сиратта уға мөрәжәғәт итәләр һәм ул баш ҡала дауаханаларында уларға дауаланырға ярҙам итергә тырыша. Ә Вәрис Рәфҡәт улы бер һүҙһеҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бына шундай кеше ул.

Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ - тәржемәсе, корпоратив гәзит мөхәррире. Бәләкәй ҡыҙҙары Юлиә экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә эшләй, биология фәндәре кандидаты.

Бөгөн Вәрис Рәфҡәт улы - Башҡорт дәүләт университетында хөрмәтле профессор. Уны студенттар ярата, хеҙмәттәштәре, туғандары хөрмәт итә. Беҙ, уның курсташтары, ҡасандыр уның менән бергә уҡыуыбыҙға ғорурланабыҙ. Ә мин, уның яҡташы булараҡ, Стәрлебаш, дөрөҫөрәге, Ҡарағош ере ошондай ул тәрбиәләп үҫтереүенә икеләтә ғорурмын. Ябай колхозсылар - Ғилмикамал Ғариф ҡыҙы менән Рәфҡәт Лотфрахман улы Туҡтаровтарҙың улы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, эшһөйәрлеге арҡаһында ҙур кеше була һәм бер үк ваҡытта изгелекле, кешеләргә иғтибарлы булып ҡала. Эйе, ул элекке кеүек үк, аҙ һүҙле, етди һәм тыйнаҡ. Шулай уҡ барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итергә өйрәнгән, һәм... шулай уҡ сибәр! Сәстәренә генә бер аҙ сал ҡунған, олпат төҫ-ҡиәфәт кергән. Ә башҡаһында - студент йылдарындағы кеүек үк, һәр ваҡыт тәүге рәттәрҙә!

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: