Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2018, 18:12

Лайыҡлы хеҙмәткә - юғары баһа

Радмир Баһауетдинов (һүрәттә) бала саҡтан уҡ олатаһына, һуңынан атаһына колхоз эштәрендә ярҙам итә. Улар, үҙ сиратында, бының өсөн уны маҡтайҙар. Улар Матросов исемендәге колхозда мал ҡараусы булып эшләй, һәйбәт иҫәптә була.

Училище тамамлап, армияла хеҙмәт иткәндән һуң йәш егет ситтә эш эҙләп йөрөмәй, ә тыуған Әмир ауылында ҡалырға ҡарар итә. Тәүҙә водитель булып эшләй, һуңғы йылдарҙа уны йыш ҡына комбайн штурвалы артында күрергә мөмкин. Бынан тыш, ул бик шәп электрсы.

Уҙған Ауыл хеҙмәтсәндәре слетында Радмир Баһауетдинов район Советының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

- Ул бындай хөрмәткә лайыҡ. Ышаныслы, башҡарыусан. Әгәр йәйен баҫыуҙа эшләһә, ҡышын - малсылыҡ фермаһында мәшғүл. Бер һүҙ менән әйткәндә, егәрле, ҡулынан килмәгән эше юҡ, - ти хужалыҡ етәксеһе Ильвер Хәлитов.

Эшенән тыш ул - яҡшы ғаилә башлығы. Тормош иптәше Диләфрүз менән ике бала - Сабина һәм Самирҙы тәрбиәләйҙәр. Ҙур булмаған өй һатып алып, унда ремонт яһағандар, тәҙрәләрен алмаштырғандар, ихатаһын яңыртҡандар, мунса һәм башҡа ҡаралты-ҡура төҙөгәндәр.

Ә беҙгә йәш ғаилә өсөн һөйөнөргә һәм барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: