Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2018, 17:44

Көҙҙө матур һәм фәһемле үткәрҙеләр

Беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш мәктәбендә «Уңыш байрамы» үткәрелде.

Байрам ике тапҡыр булды, ул башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн айырым үтте. Башланғыс класс уҡыусыларының ул «Йәшелсә байрамы», өлкән кластарҙыҡы - «Картуф - икенсе икмәк» тип аталды. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа уны әҙерләүгә бик яуаплы ҡараны. Сәхнә матур биҙәлде, тематик һүрәттәр, ҡул эштәре һәм йәшелсәләрҙән аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Уҡыусылар концерт номерҙары әҙерләне. Уларҙың дәртле йырҙары һәм бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уҡыусыларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән көҙгө кейемдәр дефилеһы сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Беҙҙең уҡыусылар ниндәй талантлы! Уларға һоҡланмау мөмкин түгел. Конкурс йомғаҡтары буйынса, башланғыс кластар араһында 1 класс уҡыусылары еңеүсе булды, икенсе урын - 2 һәм 3 кластарҙа, өсөнсө урын - 4 класта. Өлкән класс уҡыусылары араһында 8 класс уҡыусылары еңеү яуланы. 6 һәм 9 кластарҙа икенсе, 7 класс уҡыусыларында - өсөнсө урындар. Байрам күңелле дискотека менән тамамланды.

Флүрә ВАХИТОВА,

Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе уҡытыусыһы.


Читайте нас: