Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2018, 17:42

Бер татыу коллектив булып йәшәйҙәр

Күптән түгел генә йәй булған кеүек ине. Ҡояш сағыу нурҙарын һипте, балалар каникулда рәхәтләнеп ял итте. Һәм бына уҡыу йылының өс айы артта ла ҡалған. Тимәк, мәктәптәрҙә, уҡыуҙан, мәктәп йылдарын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, бай һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеүсе бик күп дәрестән тыш саралар ҙа үткәрелә.

Хәлекәй ауылында балалар баҡсаһы һәм мәктәп бер бинала урынлашҡан. Был уларҙың тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүенә бик яҡшы мөмкинлек. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр мәктәп уҡыусыларынан үрнәк ала, ә улар иһә уларға ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә ярҙамлаша. Балалар бында элекке кеүек бик күп түгел, әлбиттә. Әммә һәр балаға уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр тейешле иғтибар бүлә, улар менән уртаҡ тел таба. Уҡыу йылы башынан алып бында «Белем көнө», «Ҡыйыулыҡ дәресе», «Һуғыш юлдары буйлап», «Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө» кеүек сағыу һәм фәһемле байрамдар үтте. Уңыш байрамы - шуларҙың береһе, ҡыҙҙар һәм малайҙар байрамға алдан әҙерләнде, шиғырҙар һәм йырҙар ятланы, спектакль әҙерләне һәм көҙгө темаға бағышланған ҡул эштәре яһаны. Яҡын киләсәккә педагогтарҙың һәм балаларҙың ҡыҙыҡлы пландары бихисап.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: