Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға республика наградаһы 20 йыл дауамында тапшырыла. Миҙалға өҫтәп һигеҙ мең һум самаһы аҡсалата премия бирелә. Әлеге көндә Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың ошондай наградаһы бар.