Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 13:35

Наҙ өләшә кескәй йөрәктәргә

«Тәрбиәләй белеү - скрипкала йәки роялдә һәйбәт уйнау, картиналарҙы матур яҙа белеү кеүек үк сәнғәт ул».А.С.Макаренко. Өфө ҡалаһында үткән «Йыл тәрбиәсеһе - 2018» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы йәнә педагогтарҙы, фекерҙәштәрҙе, дуҫтарҙы бергә йыйҙы.

Берәүҙәр өсөн конкурс - шоу, икенселәргә - еңеү, өсөнсөләргә - педагогик идеялар фестивале, һәм был иң насар вариант түгел. Еңеү шатлығы һәм уңышһыҙлыҡтар кисергәндәр генә бер ни тиклем ваҡыттан бының бик яҡшы педагогик байрам - аралашыу һәм берләшеү байрамы булыуын аңлай.

3 һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәзизова «Йыл тәрбиәсеһе - 2018» республика конкурсында беҙҙең районды күрһәтеүселәрҙең береһе булды.

Ләйсән Ғәли ҡыҙы беҙҙең коллективҡа 2014 йылда килде, йәғни, уның асылыу көнөнән алып эшләй. Тәүге көндәрҙән үк үҙен яуаплы, талантлы, компетентлы, изге күңелле педагог булараҡ күрһәтте. Бер ниндәй байрамдар ҙа, конкурстар ҙа унһыҙ үтмәй.

Ул барлыҡ этаптарҙа лайыҡлы сығыш яһаны, конкурс еңел булманы. Беренсе турҙа ҡатнашыусыларҙың «Интернет-ресурстары»: педагогтарҙың методик һәм авторлыҡ эштәре урынлаштырылған шәхси блоктары, сайттары баһаланды. Икенсе задание - «Балалар менән педагогик сара», бында конкурста ҡатнашыусылар асыҡ дәрес үткәрҙе. Өсөнсө һәм дүртенсе турҙарҙа сығыш әҙерләне һәм «Мастер-класс» күрһәтте, бында улар педагогик оҫталыҡтарын һәм хеҙмәттәштәре менән үҙ-ара бәйләнешлек итә белеүҙәрен күрһәтте. «Түңәрәк өҫтәл» сараның аҙаҡҡы этабы булды.

Конкурс тамамланды. Йомғаҡтар яһалды. Әммә бында еңелеүселәр юҡ. Хатта финалға етмәгәндәр ҙә еңеүселәр - улар үҙҙәренең ҡурҡыуҙарын, тулҡынланыуҙарын, ҡаушауҙарын еңде. Сара һәйбәт һөнәри мәктәп, старт һәм яңы идеялар өсөн башланғыс булды.

Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, Ләйсән Ғәли ҡыҙына яңы ижади идеялар һәм пландар, эшендә уңыштар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.


Лилиә СӘЛИХОВА, 3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: