Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 13:20

Ғүмер юлын бергә-бергә

М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Сәнғәт төнө»ндә Ғаилә йылына бағышланған матур сара үтте. Хөрмәтле, һәр йәһәттән үрнәкле, күп йылдар бергә йәшәгән оло йәштәгеләр һәм йәш ғаиләләр сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары булды.

Байрам «Беҙҙең ғаилә - татыу ғаилә» тип аталды. Кеше ғаиләһендә, яҡындары араһында булһа, ниндәйҙер ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә йәнәшәлә булғаны өсөн яратһалар һәм ҡәҙерен белһәләр генә ул ысынлап та бәхетле. Сөнки уны туғандары уратып алған. Ә яратыр кешең булмаһа - йөрәк буш, күңелдә лә тыныс түгел.

Байрамды асып, музей директоры Зөлхизә Әсәҙуллина район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиеваға сәләмләү өсөн һүҙ бирҙе.

Артабан йыйылыусылар алдында өс ғаилә сығыш яһаны. Шуларҙың беренсеһе - Тамара һәм Зинфар Туҡтаровтарҙың ғаиләһе районда яҡшы билдәле. Улар байрамға балалары һәм ейәндәре менән килгәйне. Ваҡытында Тамара Сергеевна район почта элемтә бүлексәһе коллективына етәкселек итте, ә Зинфар Барый улы ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры булып эшләне. Туҡтаровтар - күп балалы ғаилә. Үҙҙәренең өс балаһын һәм тағы ла туғандарын тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн ейәндәренең бәхетле өләсәй - олатайҙары. Улар үҙҙәренең ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләп, дуэт менән йырланы. Байтаҡ йылдар бер-береһен ихтирам итеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгән кешеләр генә шулай ихлас була алалыр, моғайын.

Ләйсән һәм Наил Зариповтарҙың ғаиләһе, уларҙың сығыштарына ҡарағанда, шулай уҡ бик дуҫ, татыу ғаилә. Ғаилә башлығы райондың газ хеҙмәтендә, ә йәмәғәте - миграция хеҙмәтендә эшләй. Икеһе лә - ижади шәхестәр, матур йырлайҙар, үҙҙәре тураһында ҡыҙыҡлы һөйләйҙәр. Зариповтар - Ғаилә йылына бағышланған район конкурсында ҡатнашыусылар. Уларҙың ике балаһы үҫеп килә.

Өсөнсө пар - күп балалы Альбина һәм Радик Ильясовтарҙың ғаиләһе. Радик Рәфҡәт улы оҙаҡ йылдар эске эштәр системаһында эшләй. Альбина Әхмәт ҡыҙы мәғариф өлкәһендә эшләгән, хәҙер район музейы хеҙмәткәре. Матур, дуҫ, һәр йәһәттән бер-береһенә ярҙамға ашыҡҡан Ильясовтар ғаилә мөнәсәбәттәрен нисек төҙөү йәһәтенән һәр кемгә үрнәк булып тора. Балаларының һәм ейәндәренең сығышын ҡарарға байрамға Альбинаның әсәһе Гөлниса Хәлитова килгәйне.

Конкурс шарттары буйынса, ғаиләләр йыйылусылар алдында девиздарын әйтте, балаларының исемдәренең мәғәнәһен аңлатты, атайҙар сабыйҙы кем тиҙерәк һәм дөрөҫ биләүҙә, әсәйҙәр - сәңгелдәк йырын кем ихласыраҡ йырлап, кескәйҙәре менән булған ғаилә тарихын һөйләүҙә, ғаилә тураһында кем күберәк матур һүҙҙәр белеүҙә ярышты.

Балаларға күҙҙәре бәйләнгән әсәйҙәренең уларға бүләк - йомшаҡ уйынсыҡ һайлаған конкурс айырыуса оҡшағандыр, тип уйлайбыҙ. Уларҙы һәм тәмлекәстәрҙе шәхси эшҡыуар Тамара Иванова бирҙе, ул байрамға килене һәм ейәндәре менән килгәйне. Күстәнәстәрҙе район үҙәгендә йәшәүсе Сәлимә Ғилманова ла килтергәйне.

Сара бик ихлас мөхиттә үтте. Уны конкурста ҡатнашыусылар ҙа, шулай уҡ кисәнең авторы һәм алып барыусыһы Зөлхизә Әсәҙуллина ла концерт номерҙары менән биҙәне.

- Беҙҙә бик яҡшы музей, бында ҡыҙыҡлы, боронғо экспонаттар бихисап. Музейҙы ҡарап сыҡҡанда беҙ быға шәхсән инандыҡ. Ейәндәребеҙ райондың һәм тыуған яҡтын тарихын белһен өсөн бында йышыраҡ килергә кәрәк. Ойоштороусыларға ла ошондай тамашалы байрам өсөн ҙур рәхмәт, ул барыбыҙға ла оҡшаны, - тип белдерҙе дөйөм фекерҙе Тамара Иванова.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: