Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2018, 11:57

Оло юбилей. Лайыҡлы йәшәлгән ғүмер

16 ноябрь Ямғырсы ауылынан Бәшировтар ғаиләһе өсөн - үҙенсәлекле дата. Был көндө ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған, тыуған хужалығында байтаҡ йылдар ветеринар табип булып эшләгән, парторг булған ғаилә башлығы Ғәзим Минияр улына 90 йәш тула.

Ялда тормош иптәше Маһира Рәхимйән ҡыҙы менән йәшәгән ҡунаҡсыл йорттарына балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары йыйыласаҡ, күршеләре инәсәк. Сөнки 90 йәш - оло дата, ә Ғәзим Минияр улы - хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡлы кеше. Йәмәғәте менән ҡайғыһын да, шатлығын да бергә уртаҡлашып, 63 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр, һөнәр алырға ярҙам иткәндәр.

- Беҙҙең атай-әсәйебеҙ - бик тырыш, егәрле, кешелекле, ҡунаҡсыл, ихлас күңелле кешеләр. Улар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, аҡыллы кәңәштәр бирергә һәм дөрөҫ юл һайларға йүнәлтергә әҙер, - ти иң ҡәҙерле кешеләре тураһында өлкән ҡыҙҙары Мөнирә. - Йәш саҡта атайыбыҙ йәштәр араһында иң шәбе, уңғаны ине. Ауылда беренсе егет булды тиһәң дә була. Ғәҙел, дәртле, тырыш, эшһөйәр, тура һүҙле, намыҫлы, һәр эшкә маһир ине. Ә бына әсәйебеҙ, киреһенсә, тыныс холоҡло, сабыр. Ул Үрге Гөлөм ауылынан. Атайыбыҙға тормошҡа сыҡҡас Ямғырсы ауылында йәшәй башлағандар. Йәш сағында һауынсы, һатыусы булып эшләй, сөгөлдөр үҫтерә...

Ирле-ҡатынлы Бәшировтар дүрт балаһын да лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерә. Уларҙың барыһы ла бөгөн хаҡлы ялда. Өлкәндәре Мөнирә 14 йыл Ямғырсы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, балалар баҡсаһы мөдире була, 10 йыл - Ямғырсы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын биләй. Үҙенең ауыл Советы өсөн бик күп эштәр башҡара, яҡшы, оҫта етәксе була.

Икенсе ҡыҙҙары Альвира банкта эшләй, эшҡыуар була, Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында йәшәй. Зәлиә - финанс инспекторы, бухгалтер, ваҡытында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында, «Башинформсвязь» йәмғиәтендә эшләй. Улдары Илшат - Башҡорт дәүләт аграр университетында баш инженер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бәшировтарҙың ҡыҙҙарының береһе - Зөмәйрә 13 йыл элек гүр эйәһе була. Ғаиләлә уның фотоһын ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ҙур һөйөү менән иҫкә алалар.

... Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғәзим Минияр улы һәм Маһира Рәхимйән ҡыҙы бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар. Күршеләре - Нурия һәм Рим Ғәскәровтар, Фәниә һәм Рәйес Мөхәмәҙиевтар менән туғандар кеүек йәшәйҙәр, яҡшы хәбәрҙәрҙе лә, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашалар. Һәм хатта йәш айырмаһы ла әһәмиәткә эйә түгел. Йәштәр өлкәндәрҙән түҙемлелеккә, ғәҙеллеккә өйрәнә. Ә ветерандар иһә йәштәрҙән дәрт-дарман ала.

90 йәш. Күптәргә был йәшкә етеү насип булмай. Ә бына Ғәзим Минияр улына Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер бүләк иткән. Йәшлек йылдары ауыр һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килеүгә ҡарамаҫтан, Ғәзим Бәширов тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаған, үҙенең һәм балаларының яҙмышынан ҡәнәғәт. Уның үҙе һәм яҡындары өсөн һөйөнөргә генә ҡала. Хөрмәтле Ғәзим Минияр улы, район гәзите уҡыусылары исеменән юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ.

Рәйсә МУСИНА. Фото Бәшировтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: