Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 12:53

Бик тырыш төркөм

Көҙ… Тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалырлыҡ: аяҡ аҫтында алтындан түшәлгән балаҫ, ағастар ҙа үҙҙәренең күркәм күлдәктәрендә, береһенән-береһе сағыу япраҡтар күҙҙең яуын ала. Әкрен генә иҫкән ел сәстәрҙән наҙлай. Һирәкләп булһа ла йылы ҡояш нурҙары ағас араларынан беҙгә йылмая.- «Заря» йәмғиәтендә урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыусылар өсөн көҙ айырыуса иҫтә ҡалды, - тине миңә механизатор Илдар Хөбөтдинов. - Бойҙай баҫыуын һуҡҡанда беҙҙә лә шундай фекер булды.Был көндө бында хужалыҡ етәксеһе Ғафур Ҡорбанғәлиев та килде. Ҙур эш башҡарғандары өсөн барыһын да йәнә маҡтап сыҡты. Алда көнбағышты урып-йыйыу эштәре лә бар, әммә уны ваҡытында, еренә еткереп башҡарырбыҙ тип уйлайым, тип билдәләне хужалыҡ етәксеһе.

Ибраҡай ауылында урынлашҡан был хужалыҡ 4100 гектар майҙанға төрлө културалар сәсеү менән шөғөлләнә. Төп техника - КСУ-1 үҙйөрөшлө сапҡыс һәм өс «Акрос - 550» комбайны урып-йыйыу эштәренә йәлеп ителә.

Шуларҙың икеһен өс йыл элек, һуңынан - тағы берҙе һатып алғандар. Уны Илдар Хөбөтдиновҡа (һүрәттә) ышанып тапшырғандар. Һәм, һуңынан асыҡланыуынса, техника ышаныслы ҡулдарға эләккән.

Сапҡысҡа уҙған йылдағы кеүек үк, Азат Яҡупов идара итә. Ул 2600 гектарҙа игенде яҫмаларға һалған. Тәьҫирләндергес һөҙөмтә! Ҡалған өлөшөн туранан-тураға урып алғандар.

Механизаторҙар ҙа, бер баҫыуҙан икенсе баҫыуға күсеп, иген һуҡтыра.

Һәм бына һуңғы участка. Алтын башаҡтар сайҡалған иген баҫыуы офоҡҡаса диңгеҙҙәй йәйрәп ята, баш осондағы аяҙ күк тә саф зәңгәрлеген юймаған. Офоҡтан күтәрелгән ҡояш нурҙары ысыҡты киптергәнсе бында йыйылыусылар үҙ-ара ашыҡмай ғына әңгәмәләшә. Урып-йыйыу эштәре тамамланып килә, тип әйтергә лә була. Һәм комбайнсылар Илдар Хөбөтдинов (ярҙамсыһы О.Туҡтаров), Айнур Ғабдуллин (ярҙамсыһы Г.Синәғолов), Марс Ибраһимов (ярҙамсыһы Ф.Ғәбитов), автомашина водителдәре Фәнис Әйүпов, Григорий Морозенко һәм башҡалар әйтерһең дә бында хеҙмәт парадына килгән. Дөйөм алғанда, һәр кем эшенән ҡәнәғәт.

1400 гектар биләгән көнбағыш та ваҡытында йыйып алына. Баҫыуҙан көнбағыш тейәлгән һуңғы машина ҡуҙғалып киткәс механизаторҙар ҡыуаныстарын йәшермәй.

Бөгөн ул йәки уның иптәштәре алдамы тип берәү ҙә уйламағандыр, моғайын. Һәр кем тырышып эшләне. Әммә, йомғаҡ яһау барыбер ҡыҙыҡ.

- Илдар Хөбөтдинов Олег Туҡтаров менән 21125 центнер иген һуҡты, - тинеләр миңә хужалыҡ идаралығында. - Айнур Ғабдуллин һәм Марс Ибраһимовта ла яҡынса ошондай күрһәткестәр. Ошоға өҫтәп, уларҙың һәр ҡайһыһы комбайн бункерынан яҡынса 5 мең центнер көнбағыш бушатҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик тырыш төркөм.

Ысынлап та, ошондай ғорурланырлыҡ ураҡ көндәре нисек иҫтә ҡалмаһын инде?!

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: