Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2018, 13:14

«Тәмле» һәм кәрәкле һөнәр

Илһөйәр Яҡупова (һүрәттә) ашнаҡсы һөнәрен осраҡлы ғына һайлай. Был 80-се йылдар аҙағында була - өс әхирәт һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында 42 һанлы һөнәрселек училищеһына документтарын тапшыра.

- Был уҡыу йорто автовокзалға иң яҡыны ине, - тип йылмайып хәтергә төшөрә Илһөйәр Рауил ҡыҙы. - Беҙ ашнаҡсы белгеслеген һайланыҡ. Ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле һөнәр тип уйланыҡ.

Диплом алғас, ул ҡалала йыл ярым «Айгөл» кафеһында эшләй, бында өлкән остаздарынан тәжрибә туплай, күп нимәгә өйрәнә һәм ашнаҡсы булып эшләү уға оҡшауын аңлай.

- Миңә һәр саҡ яҡшы кешеләр осраны. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ярҙамсыл кешеләр булған коллективҡа эләктем.

1989 йылдан алып И.Яҡупова Стәрлебаш район дауаханаһының аҙыҡ-түлек блогында ашнаҡсы булып эшләй, бында унан тыш, тағы дүрт ҡатын аш-һыу әҙерләй. Аш бүлмәһендә иртәнән алып эш ҡайнай тип әйтергә була. Уларҙың эш көнө ҡайһы саҡ иртәнге сәғәт алтыла, ҡайһы саҡ һигеҙҙә башлана - был графикка бәйле. Төш етеүгә ашхананан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала. Көнөнә 60-70 кешегә әҙерләйҙәр. Коллектив бында тәжрибәле, дуҫ. Аш-һыу әҙерләү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар ҙа бар.

Эш күп ваҡытты алһа ла, өйөндә Илһөйәр тормош иптәше һәм балалары өсөн рәхәтләнеп бешеренә. Йыш ҡына уларҙы чебурек, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ менән һыйлай. Ул бешеренеүҙән кинәнес ала!

Әйткәндәй, теге ике әхирәтенең береһе, Илһөйәр Рауил ҡыҙы кеүек үк, һайлаған һөнәренә әлеге көнгә тиклем тоғро, өсөнсөһө - хат ташыусы булып эшләй.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: