Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 13:20

Данлы ваҡыт булды, ти ВЛКСМ йылдары тураһында Й.С.Хисмәтуллин

«Кислород» йәмғиәтенең элекке етәксеһе һәм М.Аҡмулла исемендәге район премияһын булдырыусы Йәғәфәр Хисмәтуллиндың исеме районда ғына түгел, унан ситтә лә, шул иҫәптән күрше Татарстанда ла яҡшы таныш. Әммә йәшлек йылдарында Йәғәфәр Сәйәғфәр улының вожатыйҙар иҫәбендә булыуын күптәр белмәйҙер, моғайын. Тап комсомолда эшләү уның холҡон сыныҡтырырға, кешеләрҙе аңларға, киләсәктә лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләргә ярҙам иткәндер, тип уйлайбыҙ. Ул үҙе шул йылдарҙы рәхәтләнеп, әммә бик һағынып иҫкә ала.

Й.Хисмәтуллин Айҙарәле ауылында тыуа. Үҙҙәрендә ете класты тамамлағас, уҡыуын Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбендә дауам итә.

- 14 йәшем тулыр-тулмаҫ, мине, яҡшы һәм әүҙем уҡыусы булараҡ, комсомолға тәҡдим иттеләр, - тип һөйләй Йәғәфәр Сәйәғфәр улы. - Осраҡлы машина кузовында класташтарым менән Стәрлебашҡа барып еттек һәм шунда, район комитетында өлкән иптәштәребеҙ комсомолға ҡабул итте һәм беҙгә комсомол билеттары һәм значоктар тапшырҙы. Шул мәлдә ниндәй шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисергәнебеҙҙе һөйләп торорға кәрәкме икән. Сөнки комсомол булыу бик абруйлы ине. Был 1960 йылдың ноябре булды.

9 класта әүҙем егетте мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар.

- Беҙ бик әүҙем эшләнек, - тип дауам итә әңгәмәсем. - «Комсомол прожекторы» стена гәзитен сығара, комсомол комитеты ултырыштарында өлгәшмәгән һәм тәртип боҙоусыларҙы тикшерә инек. Металл һыныҡтары, макулатура йыя, төрлө мәҙәни-спорт саралары ойоштора, ураҡ мәлендә урындағы колхозға ярҙамлаша торғайныҡ.

Мәктәпте тамамлағас Й.Хисмәтуллин Стәрлетамаҡ ҡалаһында математика уҡытыусыларының бер йыллыҡ курсына уҡырға инә. Артабан Түбәнге Ҡарамалы мәктәбендә эшләй. Бында ойоштороу һәләтенә эйә булған егетте комсомолдың район комитетына саҡыралар һәм ул бүлек мөдире булып эшләй. Ул вағытта Рәшит Рафиҡов, Таһир Фәттәхов беренсе, Рәйсә Ғайсарова - икенсе секретарҙар була.

- Дәртләнеп, әүҙем эшләнек. Ғәҙәти эштәрҙән тыш, көнүҙәк мәсьәләләр менән дә шөғөлләндек. Мәҫәлән, район шәмбе өмәләре ойоштороп, В.И.Ленинға һәйкәл ҡуйырға алты мең һум аҡса йыйҙыҡ.

Йәки 1975 йылды алайыҡ. Ул саҡта республикала ҡаты ҡоролоҡ булды, айырыуса көньяҡ райондар, шул иҫәптән, беҙҙең район да зыян күрә. Район комсомол комитеты өлкән класс уҡыусыларынан торған 50шәр кешенән ике төркөм ойоштороп, уларҙы Ғафури районына ағас ботаҡтарынан аҙыҡ әҙерләүгә ебәрҙе. Тырышып эшләнеләр. Әҙерләнгән аҙыҡ «Урал» колхозы һарыҡтарын ҡышлатыуға етте. Егеттәр менән бергә Фәрит Вахитов, Спартак Хәбибуллин, Мөнир Ишморатов та барғайны.

1976 йылдан беҙ уҡыу алдынғылары слетын үткәрә башланыҡ. Был эш яуаплы һәм мәшәҡәтле ине. Сөнки тәүҙә тотош район буйынса ярыштар ойоштороп, йомғаҡ яһарға кәрәк ине. Ә бүләкләү иң һуңғы аккорд булды. Әммә ниндәй! Ул байрам концерты үткәреп, телевидение һәм ветерандарҙы саҡырып, бик матур ойошторола ине. Артабан алдынғыларҙың исемдәре райондың Почет таҡтаһына ҡуйыла торғайны.

Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм, бик данлы, һәйбәт ваҡыттар булды! Ә активист - вожатыйҙар ниндәй ине! Һуңынан уларҙың күбеһе төрлө кимәлдә етәксе булып китте. Шул йылдарҙа тырышып эшләгән ҡайһы берәүҙәрҙең генә фамилияларын атап үтәм. Хәлим Ғайсаров, Рәфҡәт Шаһиморатов, Мөнәүәрә Сөйәрғолова, Флорит Искәндәров, Тимербай Кәримов, Райхан Исмәғилева, Сөләймән Кәримов, Ләлә Сөләймәнова, Наил Хөснөтдинов, Марат Абсаттаров, Закир Мәҡсүтов, Сәбилә Ғәфиева, Ғәлийән Собханғолов, Рафаил Ишһарин, Минсара Рыклова, Ғаяз Алтынбаев һәм Миҙхәт Заманов, Риф Сәғетдинов, Зөфәр Ғәләүетдинов, Венер Арыҫланов, Ғәли Усманов, Марат Ғәлиев, Рафаэль Бакиров, Леонард Скуин, Виктор Шишков, Роза Яуышева, Фроза Туҡбаева, Амур Ибәтуллин, Рәфис Фәйзуллин һәм башҡалар.

Беҙҙең айырыуса ғорурлыҡ - төрлө йылдарҙа бөтә Союз съездарында республика делегацияһы составында Стәрлебаш районын күрһәткән делегаттар - Фәрит Ҡәйүпов, Сәриә Әһлиуллина һәм Наил Мәхмүтов. Беҙҙең кеүек район өсөн өс делегат - аҙ түгел ине.

Шулай уҡ Йәғәфәр Сәйәғфәр улы райондың элекке етәксеһе Барый Арыҫланғоловты бик йылы иҫкә алды, ул комсомол комитетына аҡыллы кәңәштәре һәм эштәре менән бик ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ уның менән район комсомол комитетында бергә эшләгән Фәрит Вахитов, Фәриҙә Батыршина, Галина Шаклеина, Рәйсә Фәтҡуллина һәм Мөнир Ишморатовты, уларҙың энтузиазмын, дәртле булыуҙарын һәм онотолғоһоҙ саралар үткәреүҙәрен хәтергә төшөрҙө.

- Был кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра, үҙ идеялары менән дәртләндерә белгән генә түгел, хатта уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра алған лидерҙар булды, - ти ул.

Йәғәфәр Сәйәғфәр улы әйтеүенсә, кадрҙар әҙерләгән, киң күләмле фекер йөрөткән, эштәрҙә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаған һәм намыҫлы эшләгән комсомол кеүек ҡеүәтле йәштәр ойошмаһын бөтөрөү - бик етди хата.

- Ҡасандыр «комсомолсы» тигән ғорур исем йөрөткәндәрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлап, уларға һәр ваҡыт йәш йөрәкле булып ҡалыуҙарын теләйем, - тине һаубуллашҡанда Йәғәфәр Сәйәғфәр улы.

Рәйсә МУСИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: