Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2018, 12:21

Актерҙарҙың уйыны һоҡландырҙы

Күптән түгел илдең мәҙәниәт учреждениелары, шулай уҡ Стәрлебаш театр һөйөүселәре «Театр төнө» Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Байрамды район Мәҙәниәт йортонда степ-бейеү менән Рәзилә Ҡотлошина һәм Радмир Ишбирҙин асты. Сәләмләү һүҙе менән йыйылыусыларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Яруллин мөрәжәғәт итте. Районда театр хәрәкәте етәкселәренә ихлас күңелдән рәхмәт белдереп, ул Зөлфиә Ғиззетдинова етәкселегендә «Эстәрле» халыҡ татар театрына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын, ә киң күләмле саралар режиссеры Гөлйөҙөм Сәйеповаға - мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Артабан кис дауамында йыйылыусылар район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары һәм театралдарҙың сығыштарын ҡараны, Рәстәм Ғәлиев, Зөлхизә Әсәҙуллина, Роза Рәхмәтуллина башҡарыуында йырҙар тыңланы һәм уларҙы, шулай уҡ «Ялҡынлы йөрәк» бейеү төркөмө сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. «Зәйнәб» спектакленән (өҫтәге һүрәттә) өҙөк ҡарағанда, йыйылыусылар актерҙарҙың яҙмышы өсөн борсолдо, бында 2-се урта мәктәп уҡытыусылары Флүзә Мәрҙәнова, Айгөл Йәрмиева, уҡыусылар Илмир Йосопов, Гөлназ Мирхәшимова, Адэля Кәримовалар ролдәрен оҫта башҡарҙы.

Кисәлә күңелле сюрприздар ҙа булды. Сәхнәгә сығып, бер нисә минутҡа актер булырға ҡурҡмағандар, йыл дауамында әүҙем булғандар район Мәҙәниәт йортонда сараларға саҡырыу сертификаттары менән бүләкләнде. Улар араһында Зәйтүнә Ғәлиева, Дилбәр Мусина, Ғәлиә Фәтҡуллина, Хәлимә Хафизова, Зөлфирә Фәтҡуллина, ирле-ҡатынлы Миңлегөл һәм Кәлимулла Шәрәфетдиновтар һәм тағы бер нисә тамашасы бар.

Ә сара «Килен ҡәйнә тупрағынан» комедияһы (авторы З.Ғиззетдинова) менән тамамланды (аҫтағы һүрәттә). Бында Венера Латипова, Зөлфиә Вапаева, Роза Рәхмәтуллина, Гөлйөҙөм Сәйепова, Зөлхизә Әсәҙуллина ролдәрен оҫта башҡарҙы. Тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде, сөнки актерҙар ихлас күңелдән уйнаны. Комедия тамамланғас тамашасыларҙың береһе дөйөм фекер белдереп: «Актерҙарға ҙур рәхмәт. Илаттылар ҙа, көлдөрҙөләр ҙә. Рәхәтләнеп ял иттем. Кисте телевизор алдында үткәргәнсе, бында килеүемә үкенмәйем. Яңынан-яңы тамашалар менән шатландырғаны өсөн театрыбыҙға рәхмәт. Йәл, тамашасылар ғына аҙыраҡ булды. Шундай сараны күрә алманылар...» тине.

Халыҡ театры режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинова ла был йәһәттән үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Сөнки ошондай программаны әҙерләү еңелдән түгел! Театр һөйөүселәр репетицияларға эштән буш ваҡытта йөрөй, ролдәрен ихлас башҡара. Ҡайһы саҡ ғаиләһе һәм башҡа мауығыуҙарын да ситкә ҡуйып тора. Ә бының өсөн күпме энергия һәм көс кәрәк! Улар ҙа залда күберәк тамашасылар күрергә теләр ине. Шул уҡ ваҡытта Зөлфиә Зиннәт ҡыҙы актерҙарына ҡарата йылы, изге һүҙҙәрен йәлләмәне. Эшләп йөрөүҙәре, бихисап өй эштәренә ҡарамаҫтан көн дә тиерлек репетицияларға йөрөгәндәре, сығыштары менән тамашасыларҙы һөйөндөргәндәре, театрҙы һөйөүҙәре һәм тоғролоҡтары өсөн ихлас күңелдән уларға рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә телевизор, Интернет, ғаилә мәшәҡәттәре тере сәнғәтте алмаштыра алмаҫ һәм зал тамашасылар менән тулы булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: