Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 11:48

Байрам менән, тыуған Башҡортостан!

Уҙған шишәмбе район Мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостан дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүҙең 28 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған байрам концертында Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте вәкиле, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков (һүрәттә) һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ҡатнашты һәм сығыш яһанылар.

Тантананы асҡандан һуң Фәнүр Зөфәр улы барыһын да ошо матур байрам менән ҡотлап, суверенитет ярҙамында республика тарафынан ҙур юл үтелеүен билдәләне. Күп милләтле халыҡ, уның таланты, тырышлығы һәм кешеләр ижады арҡаһында беҙҙең республика хозур тәбиғәтенән алып үҫешкән иҡтисадына тиклем Рәсәйҙең үҙенсәлекле төбәге булып тора. Республиканың мөһим байрамына беҙ, стәрлебаштар ҙа, әһәмиәтле һөҙөмтәләр менән килдек. Районда урып-йыйыу эштәре тамамланды, малсылар йәмәғәт малын ҡышлатыуға күсерә, етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнде, машина-трактор паркы яңыра, фермер хужалыҡтары әүҙем үҫешә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау һәм халыҡ йәшәгән урындарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Күп фатирлы йорттарҙы индивидуаль йылытыу системаһына күсереү буйынса шаҡтай ҙур эш алып барыла. Район үҙәгенең бер нисә урамында яңы асфальт түшәлде, «Ҡала мөхите» программаһы буйынса күп фатирлы йорттарҙың йорт алды территориялары яңыртылды. Йыл һайын Еңеү паркында төҙөкләндереү эштәре үткәрелә. Унда ағас ултыртыу, территорияны йыйыштырыу буйынса шәмбе өмәләре ойошторола, яңы йүгереү юлын төҙөү буйынса эштәрҙең беренсе этабы тамаланды. Ошо көндәрҙә, 15 октябрҙә, Первомайский ауылында 150 миллион һумдан ашыу суммаға таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү башланасаҡ һ.б. Сығышын тамамлап, Фәнүр Зөфәр улы фиҙаҡәр хеҙмәте менән районды көн һайын тағы ла күркәмерәк һәм матурыраҡ иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе, уларға ныҡлы сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө һәм именлек теләне.

Ирек Искәндәр улы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен тапшырып, барыһын да етеп килгән байрам менән ҡотлап, Өфө һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырып үтте.

- Республиканың барлыҡ өлкәһе лә һәйбәт үҫешә. Башҡортостан ышаныслы рәүештә илдең иң көслө беренсе ун төбәк иҫәбенә инә. Юбилейлы йыл - Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға ике генә ай ҡалып бара. Быға тиклем беҙгә барлыҡ республика буйынса 44 млрд. һумлыҡ 110 объект тамамларға кәрәк, уларҙың яртыһы тапшырылған да инде - был яҡынса 20 мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәни үҙәктәр, яңы поликлиникалар. Ирешкән барлыҡ маҡсаттар ҙа уның халҡының көндәлек тырышлығы һөҙөмтәһе. Стәрлебаш районы ла дөйөм уңыштарға лайыҡлы өлөш индерә, ул республикала ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса лайыҡлы урын биләй, - тип билдәләне ул. - Башҡортостан ҡеүәтле аграр комплексҡа эйә. Беҙ эре мал һаны, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал етештереү буйынса РФ субъекттары араһында беренсе урын биләйбеҙ. Ағымдағы йылдың һигеҙ айы эсендә 87,4 млрд. һумға ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән. Быйыл агросәнәғәт комплексында 46,8 млрд. һумлыҡ 10 яңы проектты тормошҡа ашырыу башланды. Сусҡасылыҡ буйынса заманса селекцион-гибрид үҙәк эшләй, Бәләбәй һөт заводында яңы линия эшләй башлаясаҡ, Ауырғазы районында һуғым өсөн мал һимертеу майҙансыҡтары төҙөү буйынса проект бойомға ашырыла, кәзә үрсетеү буйынса эре проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Оҙаҡламай Өфө ҡалаһында ике эре халыҡ-ара ваҡиға - ШОС һәм БРИКСта ҡатнашыусы ҡалалар төбәгенең бәләкәй бизнестың дүртенсе форумы һәм «Экспортларға ваҡыт» Халыҡ-ара экспорт форумы үтәсәк. Өфө ҡалаһы дүртенсе йыл рәттән бәләкәй бизнесты үҫтереү һәм ярҙам, шулай уҡ экспорт өлкәһендә бизнес һәм дәүләт структуралары вәкилдәре араһында тәжрибә менән уртаҡлашыуҙа ҡатнашасаҡ.

Тантана байрам концерты менән дауам итте. Тамашасыларҙы сәхнәнән «Серебряночка» ветерандар халыҡ вокал ансамбле, «Көмөш моңдар» баянсы-гармунсыларҙың халыҡ ансамбле, «Йәйғор нурҙары» өлгөлө фольклор-эстрада коллективы, «Стәрлебаш бөркөттәре» халыҡ эстрада-фольклор коллективының кесе һәм өлкән составы, «Умырзая» ҡатын ҡыҙҙар халыҡ вокал ансамбле артистары үҙҙәренең музыкаль номерҙары менән һөйөндөрҙө. Зөфәр Атанғолов, Айгизә Ҡаҙаҡбаеваның күңелгә үтеп инерлек йырҙары, «Ялҡынлы йөрәк» хореография коллективы, Балалар сәнғәт мәктәбенең өлгөлө бейеү коллективы, Рафаэль Ғәлиев һәм башҡаларҙың дәртле бейеүҙәре тамашасылар күңеленә хуш килде.

Концертта булғандарҙың һәр береһе үҙешмәкәр артистар йырҙарынан һәм бейеүҙәренән илһам алды, уларҙың сығыштары Башҡортостан һәм районыбыҙ тәбиғәтенең байлығын сағылдырған матур видеоматериалдар менән үрелеп барҙы. Йыйылыусылар Рәсәйҙең ниндәй хозур ерендә йәшәүенә һәм күп милләтле мәҙәниәтебеҙ ни тиклем бай булыуына тағы бер тапҡыр инанды.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: