Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 13:17

Тормошта иң мөһиме - ғаилә

Бына «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы ла аҙағына етте. Ошо ваҡыт эсендә гәзит уҡыусыларҙы күпме һоҡланғыс ғаиләләр менән таныштырҙыҡ! Һис шикһеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһынан ниндәйҙер мөһим, ҡыҙыҡлы нимәгә өйрәнеп, үрнәк алырға була. Был исемлекте уҙған йома көндө һуңғы эстафетаны ҡабул иткән йәшергәндәр тулыландырҙы.

Был ауыл хаҡлы рәүештә эшһөйәр, аҡыллы ғаиләләр менән ғорурлана ала. Тап улар был көндө хәтирәләре менән уртаҡлашты, тормоштарынан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, эшләһәк тә, һәр ҡайһыбыҙ кисен бәләкәй генә дәүләтенә - ғаиләһенә ҡайта һәм өй эсендә татыулыҡ, бер-береңде аңлау һәм уңайлылыҡ булыуы бик мөһим, тип билдәләне ауыл биләмәһе башлығы Нияз Ғимазов, сараны асып.

Балаһыҙ өй - буш, тиҙәр. Миләүшә Мөҙәрис ҡыҙы һәм Илдус Ғәлинур улы Хәсәновтарҙың йортонда һәр ваҡыт балалар ауазы яңғырай. Улар бында бишәү. Ғаилә башлығы китапханала эшләй, Миләүшә - кескәй Морат менән декрет ялында. Был татыу ғаилә 15 йыл бергә.

Иң яҡшы тәрбиә - ата-әсә үрнәге. Ғәлимовтарҙың ике ҡыҙы Рузилә һәм Ризәлә һәр йәһәттән ата-әсәһенә оҡшарға тырыша. Сөнки улар яҡшы, изгелекле һәм ярҙамсыл кешеләр. Рәсим Рәүеф улы - информатика преподавателе, Ләйсән Әхәт ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Рәмзиә һәм Хәбибрахман Солтановтар 1958 йылда ғаилә ҡора. Ирле-ҡатынлы 60 йыл бергә һәм күптән түгел генә гәүһәр туйҙарын билдәләгәндәр. Хәбибрахман Камалетдин улы ғүмер буйына водитель булып эшләгән, уның хеҙмәт стажы - ярты быуат. Рәмзиә апай 13 йәшенән колхозда сөгөлдөр үҫтереүсе, ҡышын - һауынсы булып эшләй. Улдары Хәйҙәр һәм Хәлил үҙ эштәрен асҡан - һатыуға бауырһаҡ, торттар бешерә, өй туҡмасын һәм бик күп әйберҙәр эшләй. Ауылдаштарын да эш урыны менән тәьмин итә. Улар тағы ла умартасылыҡ менән мауыға. Ҡыҙҙары Люзиә Өфөлә фармацевт булып эшләй. Солтановтар ҙур йортта йәшәй, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай.

Раҡия һәм Мансур Ғәйнуллиндарҙың да ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел, улар 63 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Уларҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ауыр шарттарҙа тәрбиәләнеп, кесе йәштән эшләп үҫкәнгә күрә улар башҡаларға ҡарағанда ла ғаилә ҡәҙерен яҡшы белә. Улар ауылдаштары араһында хөрмәтле, күршеләре менән туғандар кеүек йәшәй. Ғүмер буйына Йәшергән ауылы мәнфәғәтендә эшләйҙәр. Мансур ағай - колхозда водитель була, Раҡия апай, башҡа бик күп ауылдаштары кеүек үк, сөгөлдөр үҫтерә. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренең һәм бүләләренең ҡаҙаныштарына шатланып бөтә алмайҙар.

Әлбиттә, ғаиләләр тураһында бер мәҡәләлә генә тулыһынса һөйләп биреп булмай, уларҙың һәр ҡайһыһына айырым кисә бағышларға мөмкин. Әммә, ошондай саралар ярҙамында, матур, үрнәкле ғаиләләрҙе күреп, башҡалар ҙа шуға ынтыла. Сөнки ғаилә - һәр кемдең тормошонда иң мөһиме. Беҙ уны һайлап алмайбыҙ, әммә тап ул киләсәк тормошобоҙҙа ғәйәт ҙур урын биләй, ғаилә мөнәсәбәттәре ниндәй булырға тейешлеге күҙаллана. Конкурста ҡатнашыусыларҙың ғаиләһендә үҫеп килгән кескәйҙәр, ата-әсәләре кеүек үк лайыҡлы, эшһөйәр кешеләр буласаҡ, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Ю.КОЖЕВИНА фотоһы.
Читайте нас: