Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә йәштәге балаларға урамда, транспортта йөрөү ҡағиҙәләрен кесе йәштән үк өйрәтергә кәрәк. Тап ошо маҡсат менән башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн Балалар ижад йорто һәм Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлеге тарафынан район Мәҙәниәт йорто алдында фәһемле сара ойошторолдо. Тәүҙә балалар алдында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлеге юл-патруль хеҙмәте инспекторы Фәрит Ғәлиәкбәров сығыш яһаны.
Фәрит Рәмил улы балаларға юлда үҙеңде нисек тоторға, юлды ҡайҙа һәм нисек сығырға, юлды сыҡҡанда уның хәүефһеҙ булыуына инанырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Артабан балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, светофорҙың төҫөн, юл билдәләрен ҡабатланы. Хәрәкәтсән уйындар, викториналар, юлда булған хәл-шарттарҙы асыҡлау уларға алған белемдәрен нығытырға ярҙам итте. Сара аҙағында бейеү флешмобы ойошторолдо.
«Юл әлифбаһын» өйрәнгән ваҡытта балалар юлдың уйын һәм күңел асыу урыны булмауын аңлағандыр, ә ул көндө алған белемдәре уларға юлда һаҡ булырға ярҙам итер тип ышанабыҙ.