Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 11:51

Күңеле менән йәш булғандар көнө

Октябрь ғәҙәти булмаған дата - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән башланды. Алтын көҙ... Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки улар сыуаҡлы, һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә төҫлө, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә һәм улар шуның менән бәхетле. Был көндө беҙ һәр ваҡыт йәнәшәбеҙҙә булған, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡлашҡан, аҡыллы кәңәштәр биргән, ауыр ваҡытта ярҙамға ашыҡҡан кешеләребеҙгә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был көндө һуғыштың барлыҡ ауырлыҡтарын үтеп, тылда Еңеү яҡынайтҡан, йәш быуынды тәрбиәләүҙә тос өлөш индергән, тыуған район мәнфәғәтендә лайыҡлы эшләгән кешеләргә иғтибар өләшәбеҙ.

Кисә, 1 октябрҙә, район Мәҙәниәт йортонда байрам концерты булды. Ә ул башланғансы ветерандар тәмлекәстәр менән сәй табыны артында аралашты. Бындай бүләкте улар өсөн бер нисә йыл рәттән Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте ойоштора. Берәүҙәр сәй эскәнсе, икенселәргә үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре ҡан баҫымын үлсәне. «Ҡан баҫымыңды үлсә» акцияһы Халыҡ-ара йөрәк көнөнә бағышланды. Өләсәй һәм олатайҙарҙың шатлыҡлы йөҙҙәрен күреү һөйөнөслө булды. Уларҙың күптәре бик оҙаҡ күрешмәгән, улар бер-береһен ҡосаҡлашып, байрам менән ҡотланы.

Артабан сара тамаша залында дауам итте, бында тантана башланыуға бер буш урын ҡалманы. Залда йыйылыусыларҙы Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Э.А.Денисов ҡотлап, ветерандарға тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙары юғалмауын, күңел күтәренкелеге, бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, туғандарының һәм яҡындарының иғтибарын, йылыһын теләне. Республика һәм район ветерандар советы исеменән өлкән быуын вәкилдәрен К.Х.Шәрәфетдинов ҡотлап, именлек, балаларының, ейәндәренең, оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт коллективтарының иғтибарын теләне.

Артабан традиция буйынса сәхнәгә гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүсе, оҙон, бәхетле ғүмер кисереп, һәйбәт эшләп, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаилә парҙары - Фирҙәүсиә һәм Рәшит Заһиҙуллиндар (60 йыл бергә), Зәйтүнә һәм Тәлғәт Ғәзизуллиндар, Зөлфирә һәм Хәбибулла Рафиҡовтар, Вәсилә һәм Ринат Халиҡовтар (50 йыл) саҡырылды. Республика Башлығы исеменән уларҙы Стәрлебаш районы ЗАГС бүлеге начальнигы Р.Н.Кәримова ҡотланы. Туғандарының сәхнәгә күтәрелеп ҡотлауы ла улар өсөн бүләк булды. Заһиҙуллиндарҙың улдары Наилдең сығышын билдәләп үтке килә, ул ата-әсәһенә уларҙың яратҡан йәшлек йырҙарын бүләк итте. Хәрби хеҙмәт ветерандарынан Ринат Халиҡовҡа бүләк тә шулай уҡ көтөлмәгән булды. Ринат Ғәлимулла улы - Ҡораллы Көстәр ветераны, бихисап миҙалдарға эйә. Тағы ике пар - гәүһәр юбилярҙар Хәтирә һәм Хәлит Иҫәнбәтовтар һәм алтын юбилярҙар Зөлфирә Рысаева һәм Муса Ғиззәтуллин байрамда була алманы. Уларҙы өйҙәренә барып ҡотланылар.

Үҙешмәкәр артистар сираттағы тапҡыр залда ултырыусыларҙы концерт номерҙары менән шатландырҙы. Тамашасылар «Карамельки» вокаль ансамбле, ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле, «Моң шишмә» фольклор коллективы, Флүрә Арыҫланғолова, Зөлфиә Ғәҙелшиналарҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. «Эстәрле» халыҡ театры режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинованың «Килен ҡәйнә тупрағынан» комедияһы йыйылыусылар өсөн матур бүләк булды, уны үҙешмәкәр артистар бик матур ҡуйҙы. Тамашасылар уларҙың уйынын йылы ҡабул итеп, көслө алҡышланы.

Сара программаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ветерандар яҡшы кәйеф менән таралышты. Байрам матур, ихлас һәм тулҡынландырғыс булды һәм йыйылыусыларҙың күңелендә оҙаҡҡа һаҡланыр тип уйлайбыҙ.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: