Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 14:44

Һөйөп-һөйөлөп йәшәүҙәре—үҙе ҙур бәхет!

«Ҡайҙа тыуып-үҫкән, шунда ереккән», - ти Табылды ауылында йәшәүсе Әхмәтша Хужин. Тормош иптәше Хәлиҙә менән улар үҙ бәхеттәрен тыуған ерендә таба, икеһе лә ошонда тыуа, бергә уйнап үҫә, бер-береһен яратышып, ғаилә ҡора.

Әхмәтша Хәйруша улы ете йыллыҡ Табылды мәктәбен тамамлағандан һуң, артабан атаһы рус телен өйрәнһен тип улын Стәрлебашҡа килтерә. Малай бик зирәк, аҡыллы була, бында ла уға бар нимә еңел бирелә, изложение һәм иншаны барыһынан да яҡшыраҡ яҙа. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, ул Федоровка районындағы Дедово һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Әлбиттә, ул шундай белеме менән ниндәй ҙә институтҡа уҡырға инеп, һуңынан ҡалала төпләнә алыр ине, әммә ул ваҡытта ғаиләһенең уны уҡытырға мөмкинлеге лә, Әхмәтшаның теләге лә булмай. Ул ауылын ярата, колхозда эшләргә хыяллана. Училищены һәйбәт билдәләр менән тамамлай, һуңынан уны хәрби комиссариаттан Күмертауға - шофер белгеслегенә уҡырға ебәрәләр. Артабан хеҙмәт итергә китә. Унда ла тыуған ауылы, уның матур тәбиғәте егеттең хәтеренән сыҡмай. Хеҙмәтен тултырып, Табылды ауылына ҡайтыу менән ул баш-көллө колхоз эшенә сума. Ер һөрә, һалам ташый, ҡар тотоуҙа эшләй. Етди һәм яуаплы егет өлкән хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында шунда уҡ хөрмәт яулай. Ул гармунда өҙҙөрөп уйнай, ауылдашы Хәлиҙә менән сәхнәлә сығыш яһайҙар, ҡыҙ бейей. 1971 йылда, Яңы йыл алдынан, башҡорт халҡының йолаһы буйынса, Әхмәтша ҡыҙҙы «урлай». Икенсе көнөнә йәштәр Баҡый ауыл Советында никахтарын теркәй. Бер йылдан һуң улдары Әғләм тыуа. Хәлиҙә ғүмер буйына һауынсы булып эшләй, Әхмәтшаға колхозда эшләгән йылдар дауамында төрлө транспортҡа идара итергә тура килә. Ул К-700, Беларус, МТЗ, ДТ тракторҙарында, ҡышын фермала, йәйен - сөгөлдөр ҡаҙып алыу комбайнында, мелиоратор ҙа булып эшләй. Сәләмәтлеге ҡаҡшағас ул МТМға күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Слесарь, токарь, электрсы, тимерсе була. Уны хатта «техника табибы» тип тә йөрөтәләр.

Хужиндар холоҡ-фиғелдәре менән бер-береһенә оҡшағанға күрә татыу һәм дуҫ йәшәй. Күп балалы колхозсы ғаиләһендә үҫкән Хәлиҙә лә хеҙмәтте һәм кешеләрҙе бик ярата. Ирле-ҡатынлы ғүмер буйына үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Әхмәтша ағай «Заман» ансамблендә мандолинала уйнай, ә Хәлиҙә апай бөгөнгө көндә лә урындағы мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Шәфәҡ» ансамблендә сығыш яһай. Мәшәҡәтле ауыл тормошо уртаһында ҡайнап, улар биш балаға ғүмер биреп, өй һалып сығалар, 12 ейән-ейәнсәренә бәхетле олатай һәм өләсәй. Уларҙың балалары ла ата-әсәһе үрнәгендә ауылда төпләнә - һәр береһенең ҙур хужалығы бар. Бай һәм мул әҙерләнгән өҫтәл артында бергә йыйылып, ғүмерҙең һәр миҙгеленә һөйөнөп, ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡәҙерен белеп, ҙур бер династия булып йәшәй улар.

Нурия ИСМӘҒИЛЕВА,

Күндерәк ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: