Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 12:13

Ә беҙҙең фатирҙарҙа - газ!

Ошо көндәрҙә район үҙәгенең күп фатирлы йорт хужалары өсөн көтөп алынған һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Эш шунда, ағымдағы йылда «2015-2021 йылдарға һәр фатирҙы йылытыу системаһына күсереү» республика программаһы буйынса күп фатирлы йорттар үҙәк йылытыуҙан шәхси йылытыуға күсә.

Бюджеттан бүленгән һәм йорт хужаларының үҙҙәренең аҡсаһына һатып алынған заманса газ ҡаҙанлыҡтары һәм иҫәп приборҙары ошо көндәрҙә эшләй башланы. Район газ хеҙмәте бригадаһы һәм белгестәр газ үткәргестә баҫымды тикшергәндән һуң фатирҙарға зәңгәр яғыулыҡ бирә. Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан 5 һанлы йорттоң 8-се фатирында йәшәүсе Йәрмөхәмәтовтар тәүгеләрҙән булып шундай шатлыҡты кисерҙе. Бында һуғыш ветераны Ғәтиәт Фәтҡулла улы йәшәй. 94 йәшлек аҡһаҡал Байым ауылынан. Яугир хәрби батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Район үҙәгендә фатирҙы 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыһына бирелгән торлаҡ сертификаты буйынса алған. Ул өс бүлмәле фатирҙа Миҙхәт улы һәм Зәйнәб килене (һүрәттә) менән йәшәй.

- Фатирыбыҙ һәр саҡ йылы булды, ҡышын да зарланмай инек. Әммә коммуналь хеҙмәттәр, айырыуса, йылылыҡ өсөн ай һайын, шул иҫәптән йәйен дә, шаҡтай ҙур ғына сумма түләргә тура килә ине. Йылылыҡ үткәреү өсөн мәшәҡәтләнергә тура килде, әлбиттә, әммә хәҙер фатирҙа температураны үҙебеҙ көйләй аласаҡбыҙ. Беҙ бик ҡәнәғәт һәм ошо эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! - тине фатир хужалары.

- Әлеге мәлде өс айҙан күберәк көттөк. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар артта ҡалды. Йылы һәм уңайлы булыр тип ышанабыҙ, - тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән ошо йортта оҙаҡ йылдар йәшәгән хеҙмәт ветераны Роза Сәйфетдинова.

Яңы ҡаҙанлыҡтарҙы һәм плитәләрҙе эшләтә башлауҙа райондың газ участкаһы начальнигы Юнир Рысаев һәм райондың баш архитекторы Нәзиф Әминов шәхсән ҡатнашты. Нәзиф Нурулла улы әйтеүенсә, шәхси йылытыуға күсеүгә беҙҙең районға 2018 йылға республика бюджетынан 48 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән, район бюджетынан софинанслау 2 млн. 715 мең һум тәшкил иткән һәм сумманың бер өлөшө халыҡтан йыйып алынған.

Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, газ үткәреүгә һәм ошоға бәйле башҡа эштәргә, урындағы бюджеттың ҙур ярҙамына ҡарамаҫтан, уларға үҙ аҡсаларын да байтаҡ ҡына сарыф итергә тура килгән. Мәҫәлән, күптәр бер ыңғайҙан иҫке тәҙрәләрҙе пластикка алыштырған. Ә хәҙер эштәр тамамланғас, барлыҡ фатирҙарҙа ремонт талап ителә. Әммә ваҡыт үтеү менән улар тулы кимәлдә йылы һәм уңайлы фатирҙарында шатланып йәшәр тип уйлайбыҙ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: