Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2018, 11:51

Һайлауҙа һәм уңыш байрамдарында ҡатнаштылар

2018 йылдың 9 сентябре - республикабыҙ һәм районыбыҙ тарихында хәл иткес көндәрҙең береһе. Был көндө беҙ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайланыҡ, улар күп мәсьәләләрҙә беҙҙең мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлаясаҡ. Райондың дүрт һайлау участкаһында ауыл халҡы район Советы депутаттарын да һайланы.

Берҙәм һайлау көнөндә һауа торошо ҡояшлы һәм йылы тороуы менән шатландырҙы. Һәм иртән үк ошо мөһим ваҡиғаға әҙерләнгән барлыҡ 33 һайлау участкаһы ишектәрен асты.

7.50 сәғәткә беҙ урындағы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2845 һанлы Иҫке Ҡалҡаш һайлау участкаһына барып еттек. Был ваҡытҡа һайлау комиссияһының барлыҡ ағзалары ла үҙ урындарында ине. Теүәл 8.00 сәғәттә участка һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ҡотлошина участкала һайлау башланыуы тураһында иғлан итте. Бында Инсаф Ҡотлошин, Зөлхизә Ҡотлошина, Гөлнара Ҡотлошина һәм Наталья Ермакова тәүгеләрҙән булып депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар өсөн үҙ тауыштарын бирҙе. Ә исемлек буйынса бында барлығы 319 һайлаусы, шуларҙың бишеһе тәүге тапҡыр һайланы. Теге йәки был сәбәп буйынса участкаға килә алмағандарҙан өйҙә тауыш биреү өсөн 27 ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың береһе - иң өлкән һайлаусы Миңлевара Ҡунафина, уға 90 йәш. Сәғәт икенән һуң уларға күсермәле тартма менән участка һайлау комиссияһы ағзалары һәм күҙәтеүселәр барҙы. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин һүҙҙәре буйынса, һайлаусылар өсөн урындағы үҙешмәкәр артистар ярҙамында концерт ойошторолған. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелгән. Почта бүлексәләре вәкилдәре ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу квитанцияларын тултырған һәм тауар һатыуҙы ойошторған.

Ҡуғанаҡбаштар һәр ваҡыттағыса әүҙем

Сираттағы маршрутыбыҙ 2843 һанлы Ҡуғанаҡбаш һайлау участкаһы булды (һүрәттә). Бында иртән иртүк күңелле музыка яңғырай ине, күптәр һайлауға ашыҡты. Һайлаусылар исемлегендә 599 кеше иҫәпләнә, шуларҙың бишеһе һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. 95 йәшлек Банат Рәхимованы, шулай уҡ участкаға килә алмағандарҙы өйҙәренә барып һайлатҡандар. Ул көндө участкала тәүгеләрҙән булып Рәғиҙә Йәғәфәрова үҙ тауышын биргән. Ул - пенсионер, шул уҡ ваҡытта һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары ла.

- Күп йылдар мин участка һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләнем. Был йәмәғәт эше миңә 18 йәштән үк яҡшы таныш. Бөгөн беҙ республикабыҙҙың дәүләт власының юғары закон сығарыу органын һайлайбыҙ. Республика Ҡоролтайының яңы составы - депутаттар - һәр ваҡыт хеҙмәт кешеләренә, шулай уҡ пенсионерҙарға ярҙам ҡулы һуҙһын, юлдарҙы яҡшыртырға булышлыҡ итһен ине, - тине Рәғиҙә Зөфәр ҡыҙы.

Сәғәт туғыҙҙа һайлаусылар күбәйә башланы. Ҡайһы берҙәренең һүҙҙәре буйынса, улар иртән үк гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡарар иткән, ә һуңынан тыныс күңел менән хужалыҡ мәшәҡәттәрен башҡарасаҡ. Сөнки һауа торошо был көндө йылы һәм ҡояшлы торҙо, ә ауыл халҡы өсөн был иң мөһиме.

Һайлауҙарға -

балалар менән

Һайлауҙарҙан тыш, берҙәм тауыш биреү көнөн ысын байрамға әүерелдереп, райондың ауыл биләмәләрендә көҙгө йәрминкәләр үтте, мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистары сығыш яһап, төрлө мастер-кластар ойошторҙо. Район үҙәгенең 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан 2838 һанлы Мәктәп һайлау участкаһында ла һайлауҙар бик йәнле үтте. Бында, мәктәптең спорт залында, район беренселегенә баскетбол буйынса ярыштар булды. Ата-әсәләргә сәйәси ваҡиғаға балалары менән килеү өсөн һәйбәт мөмкинлек, үҫмерҙәр унда мауыҡтырғыс спорт уйындары уйнаған ваҡытта ата-әсәләре үҙ тауыштарын биреп, уларҙы рәхәтләнеп күҙәтә алды. 14.30 сәғәткә был участкала 1214 һайлаусының 524е тауыш биргәйне. Шуларҙың 13ө - тәүге тапҡыр һайлаған. Илһам Латипов һәм Эльнара Сәйфетдинова тәүге тауыштарын биреп, БР Үҙәк һайлау комиссияһынан Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр алған.

Беҙ - лайыҡлы кандидаттар өсөн,

ти һайлаусылар

Урындағы мәктәп бинаһында урынлашҡан 2839 һанлы Первомайский һайлау участкаһында ла иртән иртүк музыка яңғырай ине. Матур кейенгән кешеләр депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыштарын бирергә ашыға ине. Сөнки Ҡоролтай депутаттарын һайлап, беҙ республика киләсәген һайлайбыҙ, тиҙәр улар. Участка комиссияһы рәйесе Алик Мәхмүтов һүҙҙәре буйынса, исемлектә бында барлығы 1058 һайлаусы. Иртәнге сәғәт туғыҙға 30ҙан ашыу кеше тауыш биргән.

Күптәре һайлауға ғаиләләре һәм балалары менән килгәйне. Фәриҙә һәм Минияз Хөбөтдиновтар, ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына килгән.

- Беҙ һәр ваҡыт һайлауҙарға йөрөйбөҙ. Бөгөн дә ситтә ҡалманыҡ. Килдек тә лайыҡлы кандидаттар, буласаҡ депутаттар өсөн тауышыбыҙҙы бирҙек, - ти ирле-ҡатынлы.

13.00 сәғәткә бында 200ҙән ашыу һайлаусы тауыш биргән, был тауыш биреүселәрҙең дөйөм иҫәбенән 20 процент тирәһе тәшкил итә. Һайлау комиссияһы ағзалары һүҙҙәре буйынса, һайлауҙар тыныс үтә.

***

Шулай итеп, һайлауҙарҙа - әһәмиәтле сәйәси ваҡиғала, барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Урындағы тауар етештереүселәр һәм оҫталар ярҙамы менән йәрминкәләр ойошторолдо. Теләгән һәр кем ҡайнар сәй эсә, милли аш-һыуҙан ауыҙ итә алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡы һайлау участкаларына барып, мәҙәни-киң күләмле сараларҙа теләп ҡатнашты.


Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: