«РеспубликаныАс» проекты сиктәрендәге конкурс туризм яратыусылар өсөн уҙғарылды. Туристар һәм сәйәхәтселәр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
лонгридындағы Башҡортостандың 30 тәбиғәт һәйкәле эргәһендә төшкән фотоға әүҙем ял итеү өсөн бүләктәр ота алды. Кадрҙа ҡатнашыусы үҙе, исемлектәге билдәле урындарҙың береһе, шулай уҡ #РеспубликаныАс хэштегы булырға, фотоны социаль селтәргә һалырға кәрәк ине.