Көн дауамында партия вәкилдәре, пполитологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдә ҡатнашлығында брифингтар үтә. Улар һайлауға күпме кешенең килеүе, инвалидтарҙы, барырға юлы ҡыйын булған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙе, тәфтиш изоляторында булғандарҙы, аэропортта һәм тимер юл вокзалында үтеп барыусы пассажирҙарҙы, дауахана пациенттарын, шифаханаларҙа ял итеүселәрҙе тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт бирә.
Республикала күпме кеше тауыш бирергә килгән һәм тауыш биреү барышы хаҡында мәғлүмәттәре тура трансляция режимында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан әйтәләр. Медиаүҙәктә политологтар эшләй, улар тауыш биреү барышына комментарий бирә.