Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2018, 19:00

Беҙ - лайыҡлы кандидаттар өсөн, ти һайлаусылар

Урындағы мәктәп бинаһында урынлашҡан 2839 һанлы Первомайский һайлау участкаһында ла иртән иртүк музыка яңғырай ине.Урындағы мәктәп бинаһында урынлашҡан 2839 һанлы Первомайский һайлау участкаһында ла иртән иртүк музыка яңғырай ине.

Матур кейенгән кешеләр депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыштарын бирергә ашыҡты. Сөнки Ҡоролтай депутаттарын һайлап, беҙ республика киләсәген һайлайбыҙ. Участка комиссияһы рәйесе Алик Мәхмүтов һүҙҙәре буйынса, исемлектә бында барлығы 1085 һайлаусы. Иртәнге сәғәт туғыҙға 30ҙан ашыу кеше тауыш биреп өлгөргән.
Күптәре һайлауға ғаиләләре һәм балалары менән килде. Фәриҙә һәм Минияз Хөбөтдиновтар, ғәҙәттәгесә, тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына килде.
- Беҙ һайлауҙарға һәр ваҡыт йөрөйбөҙ. Бөгөн дә ситтә ҡалманыҡ. Килдек тә лайыҡлы кандидаттар, буласаҡ депутаттар өсөн тауышыбыҙҙы бирҙек, - ти ирле-ҡатынлы.
13.00 сәғәткә бында 200ҙән ашыу һайлаусы тауыш биргән, был һайлаусыларҙың дөйөм иҫәбенән 20 процент тирәһе тәшкил итә.
Читайте нас: