2016 йылда төбәктә урта звено белгестәре етмәү менән бәйле тағы бер программа эшләй башланы – «Ауыл фельдшеры». Был маҡсатҡа Башҡортостан бюджетынан ул саҡта 36 миллион һум бүленгәйне, ул эшкә 72 медицина хеҙмәткәрен йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Улар 500 мең һум күләмендә түләү алды. Былтыр программала тағы 48 фельдшер ҡатнашты.