Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2018, 11:08

Төбәктә бер аҙнала 216 кешегә талпан ҡаҙалған

Башҡортостанда талпандарҙың әүҙемлеге дауам итә. Һуңғы аҙнала 216 кеше талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙа.

Май айында белгестәргә аҙнаһына 1000-дән ашыу кеше килгән. Быйыл зарарланған талпандарҙың өлөшө тикшерелгән бөжәктәрҙән 1,5% самаһы тәшкил итә, зарарланыу осрағы теркәлмәгән (2017-лә 22 осраҡ булғайны).
Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалдарында тикшереүҙең хаҡы: талпан энцефалиты вирусына — 295 һум, боррелиозға — 420, ике инфекцияға — 715. Энцефалитлы иммуноглобулин дозаһы — 650 һум самаһы, боррелиозды антибиотиктар менән дауалайҙар.
Талпандарҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы — вакцина, ләкин боррелиозға ҡаршы вакцина юҡ. Бөжәктәр тешләмәһен өсөн аэрозоль препараттар һиптерелгән ябыҡ кейем кейергә кәрәк.
"Башинформ".
Читайте нас: