Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2018, 11:35

Юлда иғтибарлы булығыҙ!

Стәрлебаш районы юлдарында юл-транспорт фажиғәһендә имгәнеүҙәр буйынса хәл-торош хәүефле ҡала.

Мәҫәлән, 27 авгусҡа 64 (-16) юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, шуларҙың 6 (-1) иҫәпкә алынған (йәғни, зыян күреүселәр бар), уларҙа һәләк булыусылар 0 (-), йәрәхәтләнеүселәр 6 (+2) кеше. Балиғ булмағандар ҡатнашлығында 3 (+3) авария булған, уларҙа өс бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Килеп тыуған хәлдә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә аңлы рәүештә иғтибарһыҙлыҡ күрһәткән водителдәрҙең түбән дисциплинаһы, атап әйткәндә, ҡаршы юлға сығыу, тиҙлектең аныҡ шарттарға тура килмәүе, шулай уҡ үтеү сиратлылығын боҙоу, йәйәүлеләрҙе тапатыу кеүек юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙар.

Хөрмәтле водителдәр, йәнәшәлә балалар булғанда айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Уларҙы ғәмәлдәрен алдан белеп булмай, балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, махсус яйланмалар ҡулланығыҙ. Балалар учреждениелары, йәйәүлеләр үтеп йөрөү юлдары йәки кеше күп йыйылған урындарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ.

Барлыҡ өлкәндәргә, айырыуса ата-әсәләргә мөрәжәғәт итке килә: юл буйҙарында һәм хатта ҡапҡа төптәрендә балаларҙы үҙҙәрен генә ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында даими иҫкәртеп тороғоҙ!

Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы.
Читайте нас: