Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2018, 12:59

Сағыу һәм матур сәскәләр араһында

Стәрлебаш ауылының Салауат урамында йәшәүсе Мөнәүәрә Ғиниәтуллинаның (һүрәттә) йортона инеү менән «Йәл, гәзитебеҙ төҫлө түгел һәм ошо матурлыҡты тулыһынса күрһәтә алмай» тигән уй үтте башымдан.

Уның йорт алды территорияһы йәй буйына гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡайҙа ғына ҡараһаң да - икһеҙ-сикһеҙ, төрлө йәйғор төҫтәренә күмелгән сәскәләр... Петуниялар, бәрхәт, цинния, розалар, флоксалар һәм бер ниндәй сүп үләне юҡ! Ошондай иҫ киткес хозурлыҡ булдырыр өсөн күпме тырышлыҡ һәм көс һалырға кәрәк!

- Минең мауығыуымды ейәнсәрем Әлиә хуплай, - ти Мөнәүәрә Хәйрулла ҡыҙы. - Ул орлоҡтар һатып ала, бергәләп түтәлдәр яһайбыҙ, сәсәбеҙ, ҡарайбыҙ.

Август көндәрендә бында айырыуса матур.

- Берәүҙәре сәскә ҡойҙо, икенселәре атты. Петуниялар йәй буйына ата, тиһәң дә була.

- Ә һеҙҙең иң яратҡандары ниндәй? - тип ҡыҙыҡһынам мин.

- Барыһы ла, сөнки уларҙың бөтәһе лә һоҡланғыс.

Ысынлап та, уларҙың береһен дә айырып булмай, сөнки улар күҙҙең яуын алып тора, күңелде дауалай.

Мөнәүәрә Ғиниәтуллинаның йортонда һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип. 80 йәшендә ул йәшелсә үҫтерә һәм мул уңыш ала. Быйыл помидорҙар айырыуса уңған. Колорадо ҡуңыҙы - уның картуф баҡсаһында бик һирәк осрай. Ул уларҙы ҡул менән йыя, был бик күп ваҡыт һәм көс талап итһә лә, химия ҡулланылмай. Ә Мөнәүәрә апайҙың алманан эшләнгән ҡағы шул тиклем тәмле, телде йоторлоҡ!

Кемдер хатта йорт алдында үҫкән үләнде лә сабырға иренә, ә икенселәр, тырышлыҡтары һәм эшһөйәрлектәре менән йорттарын ысын сәскәләр батшалығына әүерелдерә. Районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең күптәренең сәскә үҫтереү менән мауығыуы, тирә-яғыбыҙҙа матурлыҡ булдырыуы һөйөнөслө. Район Мәҙәниәт йорто тарафынан иғлан ителгән конкурсҡа «Бәйләнештә» социаль селтәренә ебәрелгән фотоһүрәттәрҙе ҡарап быға шәхсән инанырға мөмкин. Бындай матурлыҡҡа ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Сәскә үҫтереүселәргә уларҙың хеҙмәттәре, фантазиялары һәм сәскәләргә сикһеҙ һөйөүҙәре өсөн рәхмәт.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: