Быйыл ул белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыуға бағышланасаҡ.
Бөгөн ҡулай, сифатлы һәм һөҙөмтәле белем биреү өлкәһендә муниципаль сәйәсәттең төп маҡсаты - белем биреү системаһының ҡулайлығын, сифатын һәм һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүсе тотороҡло үҫеш механизмын булдырыу.
Муниципаль белем биреү системаһы - районда иң эре тармаҡтарҙың береһе, был: ун урта, дүрт төп һәм дүрт башланғыс дөйөм белем биреү мәктәптәре, 27 мәктәпкәсә һәм ике - өҫтәмә белем биреү учреждениелары. Район территорияһында «Орленок» балалар сәләмәтләндереү үҙәге эшләй.
Һуңғы йылдарҙа райондың белем биреү системаһы структураһы үҙгәрә, төп сәбәп - уҡыусыларҙың аҙ һанлы булыуы. Белем биреү учреждениелары селтәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында филиалдар булдырыу практикаһы индерелде. База мәктәптәре булдырыла, уларҙы матди-техник яҡтан йыһазландырыу яҡшыра. Уҡыу процесын ойоштороуға ла заманса талаптар ҡуйыла. Педагог - белем биреү процесында һәр ваҡыт төп фигура, шуға ла сифатты тәьмин итеү сәйәсәте преподавателдәр корпусын булдырыуҙан башлана.
Кадрҙар сәйәсәтендә көнүҙәк мәсьәлә булып педагогтың профстандартын индереү мәсьәләһе тора. Быны белем биреү сифатына һөҙөмтәле идара итеү йүнәлештәренең береһе тип ҡарарға кәрәк. Профстандартты индереү педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең кимәлен арттырырға, кадрҙар мәсьәләһен планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу буйынса еңел булмаған мәсьәләләрҙе рациональ хәл итергә, көнүҙәк талаптарҙы иҫәпкә алып хеҙмәт хаҡын түләү системаһын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Районда «Һәләтле балалар» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Олимпиада хәрәкәте лә киң үҫеш алды. Йыл һайын мәктәп этабында ике меңгә яҡын уҡыусы ҡатнаша. Муниципаль этапта ағымдағы йылда 4-11 кластарҙан 1092 уҡыусы ҡатнашты.
Өҫтәмә белем биреү системаһының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге күрһәткесе булып төрлө кимәл конкурстарҙа, ярыштарҙа, слеттарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыу һөҙөмтәлелегенең тотороҡло үҫеше тора. Стәрлебаш ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ун төр буйынса түңәрәктәр эшләй - был волейбол, баскетбол, мини-футбол, еңел атлетика, саңғы ярыштары, милли көрәш, йөҙөү, шахматтар, хоккей, самбо, унда 720 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. Педагогтың эш сифаты - уның тәрбиәләнеүселәренең ҡаҙанышы, көрәш буйынса тренер Илдар Моратов, саңғы буйынса тренер Тамара Петрова, шахматтар һәм шашкалар буйынса тренер Әмир Ғатауллиндың уҡыусылары быны асыҡ дәлилләй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-преподавателдәр составының эш һөҙөмтәлелеген Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһы һөҙөмтәләре буйынса ла баһаларға мөмкин. Әгәр 2017 йылда 54 район буйынса V урын булһа, 2018 йылда иһә беҙҙең йәш спортсылар III урын яуланы.
Балалар ижад йортоноң тәрбиәүи эше асыҡ һәм ҡулай, ойоштороусылар баланың, уның ғаиләһенең мәнфәғәтендә барлыҡ замана талаптарына яуап биреп, сараларҙы тиҙ һәм сифатлы ойоштора. Балалар ижад йорто педагогтары һәләттәрен күрһәтеп, үҙен уңышлы хис итһен өсөн һәр уҡыусыға уңайлы шарттар, изгелекле мөхит булдырырға тырыша. Уҡыусыларыбыҙҙың юғары ҡаҙаныштары - район, бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүҙәре быға асыҡ дәлил булып тора. Ҡәҙриә Мағҙиева, Лилиә Хәкимова, Лилиә Исмәғилева, Әнисә Мөхәмәтйәнова, Фирүзә Иҫәнсуриналарҙың тәрбиәләнеүселәре йыл һайын юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
Барлыҡ ошо мәсьәләләр көнүҙәк, әммә белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында тора. Педагогтарҙың ҙур форумында коллегалар ошондай бер нисә глобаль проблемалы мәсьәләне тикшерәсәк, бында уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙы яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр буласаҡ. Кәңәшмәгә ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре саҡырылды. Оҙаҡламай яңы уҡыу йылы башланасаҡ, ул һәр уҡыусы өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, хәүефһеҙ булһын.
Ҡәҙерле халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, ата-әсәләр, уҡыусылар! Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым! Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә именлек, кәңәшмә эшендә уңыштар теләйем.
М.Ә.КӘРИМОВ, район мәғариф бүлеге начальнигы.