Үткәрелгән күнекмәгә ярашлы, балалар консультацияһы бинаһының беренсе ҡатында янғын сыҡты һәм автоматик янғын сигнализацияһы эшләй башланы. Бинала булған кешеләр ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф янаны. Электр энергияһын һүндергәндән һуң, кешеләр эвакуацияланды һәм янғын һағы саҡыртылды. Янғын һүндереүҙең беренсел саралары менән утты һүндереп булманы. Шартлы янғын урынына янғын һүндереү машинаһы килде. 90 һанлы янғын часының дежур ҡарауылы урынды тикшерҙе, бинала кешеләр ҡалмағайны. Артабан янғын һүндереүселәр «янғынды һүндерә» башланы. Улар аныҡ һәм берҙәм эшләне, үҙәк район дауаханаһы һәм янғын бригадаһы персоналы ҡуйылған бурысты үтәне. Шартлы янғын һүндерелде.
Күнекмәнән һуң, үҙәк район дауханаһының янғын хәүефһеҙлеге буйынса инженеры Алик Ибәтуллин ҡарауыл начальнигы Сергей Денисов (һүрәттә)менән ут һүндергесте ҡулланыу буйынса инструктаж үткәрҙе. Теләгән һәр кем утты һүндереп ҡарап, үт һүндергесте эштә ҡулланып ҡарай алды. Фотоаппарат тотҡан килеш төтөн араһында мин бер аҙ юғалып та ҡалдым. Шуға ла ошондай саралар хәлде аныҡ баһаларға өйрәнеү, уйлап торорға ваҡыт булмаған саҡта тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бик мөһим.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.