Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2018, 11:46

Илгә терәк , йәш быуынға - үрнәк

Түбәнге Аллағыуат ауылынан ярты быуатҡа яҡын татыу ғүмер кисергән Гөлсирә һәм Рафаил Ишһариндарҙың ғаиләһе Аллағыуат ауыл биләмәһендә генә түгел, хатта районда ла яҡшы билдәле. Ирле-ҡатынлы Ишһариндар (һүрәттә) тырышлыҡтары һәм эшһөйәрлектәре менән дан тота. Аҡыллы, тәртипле дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, улар ошо көндәрҙә иркен һәм уңайлы йорттарында ҡунаҡтар көтә, сөнки ғаилә башлығының юбилейы. Рафаил Байбулат улына - 70 йәш!

Түбәнге Аллағыуат ауылынан ярты быуатҡа яҡын татыу ғүмер кисергән Гөлсирә һәм Рафаил Ишһариндарҙың ғаиләһе Аллағыуат ауыл биләмәһендә генә түгел, хатта районда ла яҡшы билдәле. Ирле-ҡатынлы Ишһариндар (һүрәттә) тырышлыҡтары һәм эшһөйәрлектәре менән дан тота. Аҡыллы, тәртипле дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, улар ошо көндәрҙә иркен һәм уңайлы йорттарында ҡунаҡтар көтә, сөнки ғаилә башлығының юбилейы. Рафаил Байбулат улына - 70 йәш!
Был кисә генә булған кеүек. Рафаилдың Салауат төҙөлөш училищеларының береһендә уҡыған ауылдашы Рәмзиә әхирәте Гөлсирәне Түбәнге Аллағыуат ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ғәҙәттәгесә, киске уйынға сығалар. Ошонда ҡунаҡ ҡыҙға ауыл егете Рафаил күҙ һала. Ҡыҙ уға шул тиклем оҡшай, хатта танышҡандан һуң ул уның менән бөтөнләй айырылырға теләмәй. Егет тә ҡыҙҙың күңеленә ята. Шуға ла туйҙы оҙаҡҡа һуҙмайҙар. Шулай итеп, Дәүләкән районы ҡыҙы Гөлсирә беҙҙең районға килен булып төшә.
Йәштәр егеттең ата-әсәһе менән бергә йәшәй башлай. Байбулат менән Рабиға килендәрен бик йылы ҡаршылай. Улар байтаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә. Өләсәй менән олатай уларҙың балаларын тәрбиәләшә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, колхозда эшләй. Рафаил менән Гөлсирә өлкән Ишһариндарҙы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата. Ваҡыт үтеү менән яңы ҙур өй һалып сығалар, бында уларҙың дүрт балаһы: Земфира, Рәмзил, игеҙәктәр Эльмир һәм Эльмира үҫә.
Ишһариндар ғүмер буйына колхозда намыҫлы эшләй. Рафаил Байбулат улы механизатор, механик-инженер, ә Гөлсирә Сафуан ҡыҙы һауынсы була. Ауылдағы мәшәҡәтле тормошҡа ҡарамаҫтан, улар бик күп йылдар Аллағыуатта үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа, концерттарҙа, спектаклдәрҙә, конкурстарҙа ғына түгел, район кимәлендә бихисап сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Сөнки улар - сәнғәткә ғашиҡ ғаилә пары! Рафаил ағай гармунда оҫта уйнай, ә Гөлсирә апай ихлас йырлай. Улар шулай уҡ китап һәм гәзит уҡырға бик әүәҫ. Улар районда ғына түгел, республика кимәлендә лә тиҫтәләрсә гәзит-журнал алдырыусы һәм уҡыусы ғаилә булараҡ билдәле. Уларға һәр ваҡыт бәхет йылмая. Сөнки ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашып, улар бер нисә тапҡыр ҙур бүләктәр ота. Мәҫәлән, уҙған йылда спутник тәрилкәһе һәм телевизор отҡандар. Ә 2011 йылда «Йәшлек» республика гәзите вәкилдәре иҫтәлекле бүләк тапшырыу өсөн үҙҙәре шәхсән килгән. Был ҡыш көнө була, һәм ҡыҙыҡ булһын өсөн улар тотош йорт алдын ҡарҙан таҙартып ҡуя. Шулай итеп, уларҙың бүләк тапшырыуға килеүҙәре журналистарҙың да, Ишһариндарҙың да иҫтәрендә оҙаҡҡа ҡала.
- Ата-әсәйебеҙҙең йортонда һәр ваҡыт ҡунаҡтар күп, улар бик ҡунаҡсыл кешеләр, - ти Баймаҡ районынан ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙары Эльмира. - Беҙҙең бала саҡта ла шулай була торғайны. Хәҙер ҙә бер нимә лә үҙгәрмәгән. Ата-әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Улар аҡыллы, егәрле, бер минут эшһеҙ ултырмай. Һәр ваҡыт уларҙың ярҙамына иҫәп тоторға була. Улар эш менән дә, фәһемле кәңәштәре менән дә ярҙам итәләр. Изге күңеллеләр. Әсәйебеҙ талапсаныраҡ, әлбиттә, ә атайыбыҙ - йомшаҡ күңелле.
Ишһариндарҙың балалары, ата-әсәләре кеүек үк, эш һөйөүсән һәм яуаплы булып үҫкән. Уларҙың барыһы ла ғаиләле. Өлкән ҡыҙҙары Земфира тыуған ауылдарында тәрбиәсе булып эшләй. Рәмзил - ата-әсәһе һәм ауылдаштарының ғына түгел, тотош район, республика ғорурлығы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты. Эльмир Салауат ҡалаһында йәшәй һәм заводта эшләй. Эльмира - өс бала әсәһе, әле декрет ялында.
Ауылдаштары фекере буйынса, Ишһариндарҙың ғаиләһе - өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, улар тураһында хәстәрлек күреү, балаларҙа хеҙмәткә, тирә-яҡҡа, уҡыуға һөйөү тәрбиәләп, сабыр булырға, төрлө ваҡытта бер-береңә ярҙам итергә өйрәткән татыу ғаилә ҡороуҙың лайыҡлы үрнәге булып тора. Иртәгә ошо ҙур һәм татыу ғаилә мул өҫтәл артында Ишһариндарҙың йортонда ҡәҙерле кешеләренең юбилейын билдәләргә йыйыла. Рафаил Байбулат улы, Һеҙгә иҫәнлек, бәхет, йән тыныслығы теләйбеҙ, киләсәктә лә тормош иптәшегеҙ менән балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы тырышлығығыҙ һәм тормош һөйөүсәнлегегеҙ менән шатландырығыҙ. Оҙон ғүмер Һеҙгә!
Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: