Һауа-десант ғәскәрҙәре. Армия элитаһы. Малайҙарҙың кемеһе шунда хеҙмәт итергә хыялланмай? Ә бына Һаҙый Йәрмөхәмәтов (һүрәттә) был турала хыялланмаһа ла, ошо абруйлы ғәскәрҙәрҙә өс йыл хеҙмәт итә һәм быға сикһеҙ ғорурлана.
- Уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында райондар берләштерелде һәм мин Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариатынан армияға алындым, - тип һөйләй Һаҙый Фәтҡулла улы. - Ә быға тиклем, хеҙмәткә алыныусыларҙы, хәрби йыйындарға саҡыртҡайнылар. Шунда мин парашют менән өс тапҡыр һикерҙем. Ошо мине һауа-десант ғәскәрҙәренә алыуға йоғонто яһағандыр, моғайын.
Һаҙый Йәрмөхәмәтов Байым ауылында ишле ғаиләлә 12-се бала булып донъяға килә. Уның атаһы һуғышта һәләк була, әсәһе ябай колхозсы булып эшләй. Ул бала саҡтан хеҙмәт һөйөп, физик яҡтан ныҡ, түҙемле егет булып үҫә.
- Уҡыуҙарҙы Псков ҡалаһында үттем, унда кесе командирҙар составын әҙерләнеләр. Һуңынан Рязань ҡалаһында хәрби часта взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иттем, - тип дауам итә әңгәмәсем. - Йәшерен-батырын түгел, тәүге мәлдә бик ауыр булды. Ҡайһы саҡ күҙгә йәштәр тығыла ине, ә һуңынан өйрәндек. Ҡайһы саҡ Калуга өлкәһендә парашюттан һикереп, Рязанға тиклем йәйәүләп ҡайта торғайныҡ. Ҡышын ҡарҙан атлайбыҙ. Ҡар өҫтөндә йоҡлайбыҙ. Ашау - ҡоро паек, ҡайһы саҡта ғына бутҡа эләгә. Үҙебеҙҙең часҡа тиклем ун көнгә яҡын ҡайта торғайныҡ. Һәм бындай саҡтар йыш булды.
Беҙҙең тупланыу районы - 30 км. Беҙҙе йыш ҡына уҡыу тервогаһы буйынса торғоҙалар ине. Ошо километрҙарҙы бар көсөн һалып: берәүҙәр - йүгереп, икенселәр - атлап үтә. Дистанция аҙағында форманы һығып алырлыҡ була. Шуға ла һауа-десант ғәскәрҙәре - романтика ғына түгел, ә тәү сиратта, ауыр хеҙмәт, бөтмәҫ күнегеүҙәр. Беҙҙең полк Ҡыҙыл майҙанда парадтарҙа ҡатнаша торғайны, әммә миңә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ҡатнашырға тура килмәне. Беҙҙең батальондың сираты еткәс, парадҡа уҡыу тревогаларының береһендә башҡаларҙан айырылған Костроманан килгән батальонды ебәрҙеләр.
Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы Василий Маргелов беҙҙең полкҡа йыш килә ине. Ул бик иғтибарлы ине, беҙ уны атай тип йөрөтә инек. Һәр һалдат менән һөйләшергә ваҡыт таба торғайны, сөнки беҙҙе тағы ла Варшава килешеүендә ҡатнашҡан ил етәкселәре менән осрашыуға әҙерләнеләр. Шуға ла хәтерләрлек ваҡиғалар байтаҡ.
Һаҙый Фәтҡулла улы хеҙмәт иткән ваҡытта АН-25 самолетынан 25 тапҡыр парашют менән һикерә. Унан тыш, хәрби часта яҡташтарыбыҙ - Баҡый ауылынан Рауил Баһауетдинов һәм Айҙарәленән Фәнил исемле егет хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Рауил Баһауетдинов иҫән түгел, ә икенсеһе армиянан һуң Мәскәү өлкәһендә ҡала. Ул ҡайтҡан саҡта Һаҙый ағай уның менән бер нисә тапҡыр осраша.
Армиянан ҡайтҡан ғәййәр һалдатты шунда уҡ милицияға эшкә саҡыралар. Унда дүрт йыл хеҙмәт итеп, ул сауҙа өлкәһенә китә, Первомайский сауҙа предприятиеһы директоры була. Ә хаҡлы ялға Агроснабтан китә, унда экспедитор булып эшләй.
Бөгөн элекке десантсы Стәрлебаш ауылында һөйөклө тормош иптәше Флүрә Сәлимйән ҡыҙы менән татыу ғүмер кисерә. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
- Элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүем менән ғорурланам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта әлеге кеүек матур үҙебеҙҙең формалар булманы, - тине ул күңелһеҙ генә.
Шуға ҡарамаҫтан, десантсы десантсы инде, ниндәй ҙә хәл-шарттарҙа, өҫтәүенә хәҙер, төрлө технологиялар заманында, юғалып ҡалмай. Бына Һаҙый ағай ҙа оҙаҡ уйлап тормайынса, футболка һатып алып, унда парашют фотоһын һәм десантсыларҙың: «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!» тигән девизын яҙҙыртып алған.
Нимә тип әйтәһең, афарин! Байрам менән һеҙҙе, зәңгәр береттар!
Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.