Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 11:12

«Трактор» операцияһы башланды

БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 16 июлдән 17 авгусҡа тиклем беҙҙең республикала үҙйөрөшлө машиналарҙы, тракторҙарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса «Трактор» исеме аҫтында айлыҡ үткәрелә.

Хәҙер ауыл халҡы өсөн ҡыҙыу осор - бесән әҙерләү мәле. Бөтә техника бесәнлектәрҙә. Көндәр матур торғанда халыҡ ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләп ҡалырға тырыша. Әммә шул уҡ ваҡытта баҫыу эштәре ваҡытында эшләгән тракторҙар һәм башҡа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек тураһында ла оноторға ярамай.

«Трактор» операцияһы даирәһендә Стәрлебаш районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү начальнигы М.Р. Насиров менән беҙ ҙә Ямғырсы зонаһына рейдҡа сыҡтыҡ. Район үҙәгенән сыҡҡанда тәүге «объект» «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте автогрейдеры булды. Техникаға документтар тәртиптә ине, ә бына машинистың таныҡлығында автогрейдерҙа эшләүгә рөхсәт тураһында яҙыу юҡ ине.

Операция ваҡытында техник сараны теркәү документтары, тракторсы-машинист таныҡлығы булыу-булмау, техник тикшереү үтеү тураһында таныҡлыҡ һ.б. тикшерелә. Минияр Рафаэль улы әйтеүенсә, киң таралған хоҡуҡ боҙоу - тракторсы-машинист таныҡлығы булмайынса руль артына ултырыу.

Артабан барабыҙ. Тәтербаш ауылы эргәһендә, юлдан алыҫ түгел сенажға үлән йыялар. Унда «Урожай» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре эшләй ине. Документтар буйынса, мал аҙығы йыйыу комбайны һәм Т-150 тракторы техник тикшереү үткән, тимәк, эшкә рөхсәт алғандар. Техника менән барыһы ла тәртиптә. Әммә, бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа, тигәндәй - үҙе менән документтары юҡ ине.

- Ашығып, уларҙы автомобилдә онотҡанмын, - тип аҡланды ул.

Бесән әҙерләү менән мәшғүл булған Үрге Гөлөм ауылында йәшәүсенең документтары һәм техникаһы менән барыһы ла тәртиптә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бәйләнерлек урын юҡ. Ошонда уҡ Т-40 тракторын туҡтаттыҡ. 1992 йылғы булыуға ҡарамаҫтан, уның техник торошо яҡшы ине. Көҙөн техник тикшереү үткәргәндәр. Документтар тикшереү барышында трактор хужаһының таныҡлығы булмауы асыҡланды. Ул трактор һатып алғанға тиклем уҡ юғалған булған, уны бер нисек тә тергеҙә алмаған.

Икенсе Т-25 тракторын урман ситендә туҡтаттыҡ. Ғаилә бесәндән ҡайтып килә ине. Улы - рулдә, атаһы эргәлә машинала килә. Бында ла хоҡуҡ боҙоу табылды - йәш егеттең трактор йөрөтөүгә бөтөнләй документы юҡ ине. Бынан тыш, техника иҫәпкә ҡуйылһа ла, техник тикшереү үтмәгән. Йыл һайын инспекторҙар ауылдарға барып, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларына техник тикшереү үткәреүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер транспорт саралары эйәләре был мөһим сараға иғтибар бирмәй.

Рейд көнөндә, 2.5 сәғәт эсендә, асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса өс протокол төҙөлдө. Бындай рейдтар дауам итәсәк.

Стәрлебаш районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында барлығы 958 берәмек үҙйөрөшлө машина теркәлгән. Шуларҙың шәхси секторҙа 555 берәмек техника иҫәпләнә, агросәнәғәт комплексында 331 берәмек техника эшләй, ҡалған техника - башҡа учреждениелар һәм предприятиелар балансында.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: