Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2018, 12:11

Һоҡландырып ғүмер итәләр

Беҙҙең районда йәшәгән ҙур һәм татыу ғаиләләр тураһында һөйләү - үҙе бер кинәнес. Һеҙҙе шундай ғаилә парҙарының береһе менән таныштырғым килә.Тормай ауылынан Светлана һәм Юлдаш Ҡаранаевтарҙы егәрле һәм тырыш кешеләр булараҡ беләләр. Улар балалары, туғандары һәм ауылдаштары өсөн һәйбәт үрнәк. Уларҙың татыу ғүмер кисереүенә быйыл йәйен 20 йыл булған.

Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында таныша. Бында Юлдаш СПАГАТ предприятиеһында эшләй, ә Светлана училище студенты була. Дөрөҫөрәге, уларҙы таныштыралар. Юлдаштың ҡустыһы шул саҡта Светлананың яҡын әхирәте менән дуҫлашып йөрөй һәм улар йәштәрҙе таныштыра ла инде. Шулай итеп улар дуҫлаша башлай, ә бер ни тиклем ваҡыттан йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабына. Оҙаҡламай улар яҙмыштарын бәйләй.

Йәш ғаилә тәүҙә ҡалала йәшәй. Дөйөм ятаҡтан уларға бүлмә бирәләр. Әммә был ауыр йылдар була. Илдә көрсөк ваҡыты - хеҙмәт хаҡын өлөшләтә түләйҙәр. Хатта баҙарҙа һатыусы эшен дә табыуы бик ауыр була. Дөйөм алғанда, ҡалала ҡалыу перспективаһы уларҙы шатландырмай, шуға ла йәштәр ауылға ҡайтырға ҡарар итә. «Эшләһәк - юғалып ҡалмаҫбыҙ. Ике яҡлап та атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итер», - тип дөйөм фекергә килә улар шул саҡта.

Юлдаштың ата-әсәһе менән улар оҙаҡ йәшәмәй, тиҙҙән йәштәрҙең үҙ мөйөшө барлыҡҡа килә. Ауыл ситендә участка алып, Светлананың ата-әсәһе бүләк иткән ҙур булмаған бура бурайҙар. 2000 йылдың авгусында уларҙың ғаиләһе яңы өйгә күсенә (ул ваҡытта Ҡаранаевтарҙың ҡыҙҙары тыуа). Бер нисә йылдан, уларҙың йортонда йәнә бала тауышы яңғырай уларҙың улдары тыуа. Ғаилә башлығы урындағы колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша. Светлана күберәк өйҙә тора, әммә йәйге айҙарҙа бер нисә гектар сөгөлдөр алып эшкәртә.

- Ҡайһы саҡ баламды коляскаға ултыртып, сөгөлдөр утарға йөрөй инем, - тип йылмайып иҫкә ала ул шул ваҡыттарҙы. - Шул аҡса яғынан ауырыраҡ була торғайны, колхозда эш хаҡын йә иген менән, йә иһә быҙаулата бирәләр ине.

Ауылда, ни тиһәң дә, шәхси ярҙамсы хужалыҡһыҙ булмай. Һарай төҙөп, Ҡаранаевтар мал-тыуар аҫрарға, баҡса үҫтерергә ныҡлы тотона. Мәшәҡәттәре күп көс һәм ваҡыт талап итһә лә, һөҙөмтә шатландыра. Бөгөн уларҙың шәхси хужалығында 20 башҡа яҡын эре мал бар, яҙҙан 100 себеш, һуңыраҡ 50 ҡаҙ һәм шул сама уҡ өйрәк бәпкәһе һатып алғандар.

- 2012 йылдан алып беҙ Стәрлебаш баҙарында даими һөт, эремсек, ҡаймаҡ, ҡош-ҡорт һәм башмаҡ ите һатабыҙ. Бөгөн үҙебеҙҙең даими клиенттарыбыҙ бар. Улар шылтыратып, нимә кәрәк шуға заказ бирә, ә беҙ тейешле ваҡытта уларҙы илтеп бирәбеҙ.

Заказдар бик күп. Һөт ҙур һорау менән файҙалана. Ҡайһы саҡ флягалар менән айыртҡан һөт алып килеүебеҙҙе һорайҙар, - тип һөйләй ирле-ҡатынлы.

Ҙур хужалыҡта эштәрҙе алып барыуы еңел түгел. Әммә Ҡаранаевтар зарланмай. Йорт мәшәҡәттәрен әсәһе менән ҡыҙҙары Ильвина бүлешә (ул БДУ студенты), ә ир-ат эшендә атайҙарына 15 йәшлек Данир һәм 1 класҡа барасаҡ улдары Рамазан ярҙамлаша.

Ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләр өсөн ғаилә мини-трактор һәм пресс-йыйғыс һатып алған. Ә бына фуражды һатып алалар.

- Көн һыйыр һауыуҙан башлана, улар беҙҙә алты баш. Һыйыр һауыу аппараты бар, әммә эште тиҙерәк тамамлар өсөн, ҡул менән дә һауырға тура килә, - ти Светлана Валерик ҡыҙы. - Артабан һөттө һөт үткәргес аша үткәрәм һ.б. Был процесс минең «офисымда» үтә.

Минең аңламауымды күреп, ул аныҡларға ашыҡты:

- Был йәйге аш бүлмәһенә оҡшаш ҙур булмаған бина. Әйҙәгеҙ, күрһәтәм.

Хужа ҡулдары менән эшләнгән «офис» бик матур ине. Әйтергә кәрәк, барлыҡ ҡаралты-ҡураны Юлдаш үҙ ҡулдары менән эшләгән, ул балта оҫтаһы ла, төҙөүсе лә. Ә бына хужабикәнең ултыртҡан сәскәләре йортҡа айырыуса йәм өҫтәй. Сәскәләр хатта ихата тышында ла, йорт алды территорияһында үҫә.

Ҡаранаевтар - тырыш, егәрле ғаилә, әммә улар ял итергә лә ярата. Йәйен балалары менән ҡалаға аттракциондарға баралар, тәбиғәткә шашлыҡҡа сығалар.

Был ғаиләнең бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырғанын күрмәҫһең. Эш өлкәндәргә генә түгел, балаларға ла етерлек. Ә улар бәләкәй саҡтан уҡ хеҙмәт һөйөп һәм бер-береһенә ярҙам итеп үҫә. Был бик яҡшы!

Был донъяла һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай. Беҙҙең мәҡәлә геройҙары үҙҙәре өсөн тап ошо юлды һайлаған, унан улар ныҡ һәм ышаныслы атлай, үҙ ҡулдары һәм көндәлек еңел булмаған хеҙмәттәре менән ғаиләһе өсөн бөгөнгө һәм иртәгәһе көндө тәьмин итә. Ә иң мөһиме, ирле-ҡатынлы Ҡаранаевтар 20 йыл элек кеүек үк, бер-береһенә ихтирамлы һәм яғымлы мөнәсәбәттә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: