Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2018, 11:44

Тыныслыҡ һәм именлек хаҡына йүгереү!

Улар эҫе, ямғыр һәм көслө елдәргә ҡарамаҫтан, меңдәрсә километр юл, тиҫтәләрсә ҡала, йөҙҙәрсә ауыл, мәғрур Урал тауҙарын, ҡуйы урмандар, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар эргәһенән йүгереп үтә. «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара эстафетаһында ҡатнашыусылар - төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө дин кешеләре. Улар беҙгә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килеп, янған факелды тотоп йүгереү өсөн берләшкән. Уларҙың команда составы юлда яңыра. Берәүҙәр йүгереүен тамамлай, икенселәр иһә факел тотоп йүгереү һәм тотош донъяла тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлеккә ынтылыуҙарын күрһәтер өсөн буш урындарҙы биләй.

Башҡортостан Республикаһы буйынса «Донъя йүгереүе» эстафетаһының төбәк вәкиле Артур Латипов тарафынан Стәрлебаш районы, республиканың ҡайһы бер башҡа райондары кеүек үк, тәүге тапҡыр донъя йүгереүе маршрутына индерелде. Федоровка районы сигендә уларҙы йылы ҡаршылағандан һуң, 12 кешенән торған марафонсылар төркөмөнә беҙҙең спортсылар ҙа ҡушылды. Тәүгеләрҙән булып, факелды тотоп, Стәрлебаш ауылынан спорт ветераны Валерий Мәжитов старт алды, уның артынан йәш спортсылар: Тимур Фәхриев, Ләйсән Хөснөтдинова, Данил һәм Игнат Афанасьевтар, Камил Ғәлимов, Илназ Хәбибуллин, Рәнис Мусин йүгерҙе. Эстафетала ҡатнашҡан иң бәләкәйҙәр Ислам Исламоратов менән Руслан Зәйнетдинов та төркөмдән артта ҡалмаҫҡа тырышты һәм уларҙың был килеп сыҡты! Улар айырыуса ғорурлыҡ менән йүгерҙе.

Ҡарағош ауылына ингән ерҙә йүгереүселәр төркөмөнөң күпселек өлөшөн марафонсы ҡунаҡтар тәшкил итте. Улар ауылдың үҙәк урамы аша йүгереп үтте. Ауыл халҡы, кесеһенән олоһона тиклем, уларҙы шатланып һәм ихлас ҡаршыланы, ҡайһы берәүҙәр төркөмгә ҡушылып йүгерҙе.

Әйтергә кәрәк, йүгереүселәр дистанцияға сиратлап сыға, йәғни, спорт телендә әйткәндә, улар алмашлап йүгерә. Ҡайһы саҡта ниндәйҙер араны үҙҙәренең микроавтобусында ла үтә.

Район үҙәгенә 5 километр ҡала марафонсылар менән йәнә беҙҙең спортсылар йүгерҙе. Өҫтәүенә, факелды һәр кем ҡулында тота алды. Стәрлебаш ауылына ингән ерҙә йүгереүселәргә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, физкультура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр ҡушылды. Ҙур бер төркөм булып улар Еңеү паркына йүгереп килде, бында мәҙәни һәм спорт саралары планлаштырылғайны. Әммә, улар башланғансы, Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалынды. Яу яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алғандан һуң сарала ҡатнашыусылар йәйге сәхнә алдында йыйылды, бында ҡунаҡтарға беҙҙең райондың үҙешмәкәр артистары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бер нисә концерт номеры күрһәтте. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа бирелде.

- Район халҡы исеменән һеҙҙе бәрәкәтле еребеҙҙә сәләмләргә шатмын! Бөгөн беҙгә Тыныслыҡ факелын тотоп ҡарап, дуҫлыҡ, гармония һәм берҙәмлек теләү мөмкинлеге бирелде, - тине Фәнүр Зөфәр улы сәләмләү телмәрендә. - Факел эстафетаһы районыбыҙ өсөн әһәмиәтле һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булыр тип ышанам. Тыныслыҡ теләге тотош планета буйынса күберәк кешеләргә тапшырылһын ине. Тыныслыҡ уты һүнмәһен! Был сара әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн стимул булһын, халыҡтар һәм илдәр араһындағы дуҫлыҡты нығытһын.

Төркөм координаторы Николай Егоров (ул Түбәнге Новгородтан, командаға Ижевск ҡалаһында ҡушылған) «Донъя йүгереүе-2018» тураһында тулыраҡ һөйләне.

- Команда 12 июндә Төмән ҡалаһында старт алып, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайын, Удмурт республикаһы аша йүгереп үтте. Хәҙер иһә һеҙҙең матур урындарҙы үтәбеҙ. Беҙгә һеҙҙең ҡунаҡсыллығығыҙ, шат йылмайыуығыҙ, изге күңелегеҙ бик оҡшай. Улар беҙгә көс һәм дәрт өҫтәй, 3 ай ярым эсендә команда 7 мең километр тиерлек юл үтәсәк.

Артабан спортсылар менән танышыу булды, улар үҙҙәренең ҡайҙан булыуы, эстафетаға ҡушылыуҙары тураһында һөйләп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Халыҡ-ара эстафетаһында ғәжәйеп кешеләр ҡатнаша, ошо позитив энтузиастар араһында Астана ҡалаһынан Айгөл Комелькова бар, ул тәүге километрҙан уҡ йүгерә.

- Мин тәүге тапҡыр «Донъя йүгереүе»н 1998 йылда күрҙем. Тәүге марафонымды үткәндән һуң, бер ниндәй әҙерлекһеҙ 2006 йылда даими йүгерә башланым. «Донъя йүгереүе» эстафетаһында тәүге тапҡыр 2007 йылда Монголияла йүгерҙем. Бер йылдан мине Астана-Бишкәк-Ташкент-Дүшәмбе маршруты буйынса «Дуҫлыҡ йүгереүе» эстафетаһында ҡатнашырға саҡырҙылар. Йүгереү һәм «Донъя йүгереүе» минең тормошомдо үҙгәртте, - ти Айгөл. - Элек мин белем биреү өлкәһендә эшләнем, марафондарҙа отпуск ваҡытында ғына ҡатнаша инем. Һуңыраҡ мин эшемде ҡалдырып, үҙемдең авторлыҡ йырҙары студияһын астым һәм балаларҙы гитарала уйнарға өйрәтәм. Хәҙер иһә минең ваҡытым күберәк.

Ҡунаҡтар ҙа шулай уҡ тейешле яҙыулы аҡ футболка кейгән беҙҙең ирекмәндәргә иғтибар итте. Һеҙҙә ирекмәндәр хәрәкәте булыуы бик яҡшы, ул артабан да әүҙем эшләһен, тип теләне улар.

Артабан уларҙың юлы Тәтербаш, Тормай, Ямғырсы, Үрге Гөлөм ауылдары аша үтә ине, бында ла факел тотоп йүгереүселәрҙе ауыл халҡы ҡаршыланы, уларҙың араһында балаларҙың күп булыуы һөйөнөслө. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡулына факел тотоп ҡараны, ә ул, эстафетала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, хатта космоста, Төньяҡ полюста, Эвереста ла булған, дөйөм алғанда, тотош ер шарын әйләнеп сыҡҡан.

Миәкә районы сигендә халыҡ-ара эстафетаһында ҡатнашыусыларҙы, шул иҫәптән беҙҙең район делегацияһын, күршеләребеҙ сәләмләп, ҡунаҡсыл ҡаршыланы.

Факел эстафетаһы һәр осраған кешеләргә йылылыҡ һәм изгелек бүләк итеп, үҙ юлын дауам итте. Уның уты бер ҡасан да һүнмәһен, тотош донъяла именлек хаҡына янһын!

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗАЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: