Рейтингты баҙам (миндаль), бразил сәтләүеге һәм шыттырылған бойҙай етәкләй. Ғалимдар билдәләүенсә, уларҙа организмға бик кәрәкле витаминдар һәм минералдар ҙур күләмдә бар. Шул иҫәптән улар магнийға, тимергә, кальцийға һәм күҙәнәкле туҡымаға бай.
Шулай уҡ исемлектә яҫы борсаҡ, һоло бутҡалары, картуф, кале кәбеҫтәһе, брокколи һәм авокадо бар.
Тауыҡты, балыҡты һәм йомортҡаны диетологтар мотлаҡ ризыҡҡа индергән. Уларҙың һүҙҙәренсә, балыҡ файҙалы майҙарға бай, тауыҡ ите бик яҡшы аҡһым сығанағы булып тора, ә йомортҡала лейцин – организмға кәрәкле аминокислота бар.
Бынан тыш, ябығыусыларға күберәк ҡара көртмәлене ашарға кәңәш итәләр, сөнки был еләктә май күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлаусы үҫемлек полифенолы күп.