Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2018, 11:16

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын игеҙәктәр фестиваленә саҡыралар

Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған Игеҙәктәр фестивале 29 июлдә Өфөләге «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында уҙа. Байрамға килгән ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын төрлө конкурстар, уйын майҙансыҡтары һәм бөтә ғаилә өсөн күңел асыу саралары көтә, тип хәбәр итә Дим районы хакимиәте.

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн алдан (347) 281-94-37 телефоны буйынса теркәлергә кәрәк. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Тағы ла бер игеҙәктәр фестивале Өфөлә был ял көндәрендә, 22 июлдә, «Тылсымлы донъя» паркында үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Өҫтәп үтергә кәрәк, былтыр Башҡортостанда 3989 игеҙ һәм 3 өс игеҙ донъяға килгән.
"Башинформ".
Читайте нас: