Ун йыл элек Рәсәйҙә рәсми байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булдырыла. Һәм бына нисә йыл һәйбәт традиция йәшәп килә - 25 йылдан ашыу бәхетле никахта йәшәгән һәм ғаиләне нығытыуға ярайһы ҙур өлөш индергән ирле-ҡатынлыларға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы тапшырыла. Уҙған йылда 50 йыл татыу ғүмер кисереүҙәрен билдәләгән Күндерәк ауылынан Галина Михайловна һәм Юрий Степанович Кочетковтарҙың ғаиләһе тап шундайҙарҙың береһе. Бөгөн уларҙың никахы ваҡыт менән һыналған, ныҡ һәм тотороҡло тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Булмышы менән улар күрше Гареевка һәм Борисовка ауылдарынан. Улар киске уйынға сыҡҡанда таныша. 1967 йылдың ғинуарында яҙмыштарын бәйләй. Тиҫтә йылдан ашыу улар Сергеевка ауылында йәшәй, бында йәштәргә фатир бирәләр. Ә һуңынан Күндерәк ауылына күсенәләр. Бында ла дәүләт фатир менән тәьмин итә.
Уларҙың хеҙмәт биографияһы «Стәрлебаш» совхозы, атап әйткәндә, малсылык комплексы менән бәйле. Ул элегерәк тотош республикала билдәле була. Эш еңелдән булмай, әммә хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы була. «Ҡыҙыҡ һәм тынғыһыҙ ваҡыт булды, - тип хәтерләй бөгөн Кочетковтар. - Иртәнән кискә тиклем эшләй инек».
Бөгөн дә улар эшһеҙ ултыра алмай. Уларҙың хужалығына кем дә көнләшеп ҡарар! Йорттарында ветерандар сусҡа ла, быҙау ҙа, ҡош-ҡорт та аҫрай. Баҡса үҫтерә. Юрий Степанович 70 йәшенә тиклем «Нур» йәмғиәтендә механизатор булып эшләгән. Һәм бөгөн, 73 йәшендә лә, ул машина йөрөтә. Быйыл хатта еләккә лә барып ҡайтҡандар.
Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, улар күптән тормошта үҙ урынын тапҡан һәм айырым йәшәй. Өлкән улдары себерҙә. Кеселәре - Күмертауҙа, ҡыҙҙары - Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында донъя көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тантаналы миҙал тапшырыу сараһына улар килә алмаған. Әммә яратҡан өләсәһе һәм олатаһы йәнәшәһендә был көндө ейәнсәрҙәре Настя булды.
Ирле-ҡатынлы Кочетковтарға ауыл клубында хөрмәт күрһәтелде. Йәмәғәт наградаһы - «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырыу хоҡуғы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьяноваға бирелде.
- Ғаилә - ҙур хазина, ул һәр кешегә кәрәк, - тине Альбина Әбүзәр ҡыҙы.- Һеҙ һынауҙарға һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ғаилә булдырып, уны һаҡлағанһығыҙ, балалар тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, өйөгөҙҙә йылы һәм уңайлы, ә күңелегеҙҙең яҡындарығыҙ өсөн тыныс булыуын теләйем.
«Ғаилә» район-ара үҙәге етәксеһе З.Ф.Ғиниәтуллина бәхетле ғаилә парын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
- Һеҙҙең кеүек ғаиләләр йәштәр өсөн үрнәк, тоғролоҡ, хеҙмәт һәм түҙемлелек өлгөһө, - тип мөрәжәғәт итте Кочетковтарға райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Р.Н.Кәримова. - Хәҙер оҙайлы никахтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һирәк. Мөхәббәт һәм тоғролоҡта оҙаҡ йылдар йәшәү - оло бәхет, шул уҡ ваҡытта бөйөк хеҙмәт. Балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ менән бәхет серегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Күндерәк ауыл биләмәһе башлығы Ю.Й.Байғужин да Кочетковтарға изге теләктәр белдерҙе.
Русалина һәм Дарина Ишбулдиналар, Айлина, Айгизә, Айһылыу Яхиналар, Аделина Сәббәхова, Илья Жуба башҡарыуында концерт номерҙары сараға айырыуса йәм өҫтәне.
Үҙ сиратында, ирле-ҡатынлы Кочетковтар иғтибарҙары, хөрмәт күрһәтеүҙәре һәм ҡотлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был көндө яңғыраған барлыҡ теләктәр тормошҡа ашһын. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп, ярҙамлашып, һаҡлап-яҡлап тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәгеҙ, хөрмәтле Галина Михайловна һәм Юрий Степанович! Ғүмер буйына һаҡлаған мөхәббәтегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.