Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 13:39

Уҡытыусыбыҙҙы иҫкә алып...

Юғары категориялы уҡытыусы, Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбенең элекке директоры Хәмит Хәбир улы Ғәлимовтың яҡты донъя менән хушлашыуына теүәл бер йыл. Уның хеҙмәте РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм башҡа наградалар менән баһаланған. Бөгөн элекке хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, дуҫтары Х.Ғәлимовты тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.

Һеҙҙең беҙҙең аранан китеүегеҙгә бер йыл үтте. Беҙ Һеҙҙе һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, шуға ла мин ошо хатты яҙырға булдым. Беҙ һәүетемсә ғүмер итәбеҙ. Донъяуи ваҡиғаларға килгәндә, РФ Президентын һайлау булды, Бөйөк Еңеү хөрмәтенә тантаналарҙа тотош ауыл менән «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнаштыҡ һәм изге Рамаҙан айы үтте...

Хәмит Хәбир улы! Ә Һеҙ беҙҙең тәүге осрашыуҙы иҫләйһегеҙме? 1986 йылда мин, йәш белгес булараҡ, йүнәлтмә буйынса мәктәпкә килдем һәм, Һеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе белмәгәс: «Иптәш Ғәлимов!» - тип өндәштем. Ә Һеҙ мине ололап: «Илдус Мөстәҡим улы» - тинегеҙ. Ошонан һуң минең Һеҙгә ҡарата ихтирамым көсәйҙе генә. Ә быға тиклем, 1982 йылда, Һеҙ, ғаиләле йәш белгес, беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш ауылына килдегеҙ. Һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙегеҙҙе талапсан уҡытыусы итеп күрһәтеп, ауылдаштар араһында абруй ҡаҙандығыҙ. Һеҙ географиянан уҡыттығыҙ, ә тормош иптәшегеҙ Гүзәл Ибәт ҡыҙы - сит телдәр уҡытыусыһы булды. Бергә ҡыҙ һәм ул үҫтереп, иңгә-иң терәшеп донъя көттөгөҙ. Ҙур өй һалып сыҡтығыҙ, төрлө ағастар һәм ҡыуаҡтар ултырттығыҙ, күҙ яуын алырҙай сәскәләр үҫтерҙегеҙ. Ҡыбыҡҡыуыштар Һеҙгә һоҡланып, хатта көнләшеп тә ҡараны. Сөнки Һеҙ тормош иптәшегеҙ менән үҙегеҙҙе тик ыңғай яҡтан күрһәтеп, беҙҙең ауыл кешеләренә әүерелдегеҙ. Һеҙ өлгөлө ғаилә, балаларығыҙ - Гөлназ һәм Динар өсөн - хәстәрлекле атай, йәмәғәтегеҙгә - ышаныслы терәк-таяныс булдығыҙ. Тормош иптәшегеҙ ир терәге, ә балаларығыҙ - атай һөйөүен тойҙо. Үкенесле, тик үҫеп килгән ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ генә өлгөлө олатайҙан мәхрүм.

1986 йылдан Һеҙ мәктәп директоры булып эшләнегеҙ, мин уҡытыу - тәрбиә эше буйынса Һеҙҙең урынбаҫар. Бына шул саҡта мин яуаплылыҡтың нимә икәнен белдем. Һеҙҙең киң эрудициялы булыуығыҙға ғәжәпләнә инек. Коллеграфик почерк менән хаталарҙы төҙәтә инегеҙ, геометрик формулалар менән дә эш итә белдегеҙ, химик реакцияларҙың да һөҙөмтәләрен әйтә алдығыҙ. Хәмит Хәбир улы, Һеҙ үткәргән сараларҙан иң иҫтә ҡалғаны - яҙғы слеттар. Палаткалар, ярыштар, старттар һәм ауырлыҡ менән алынған фиништар. Тәбиғәт ҡосағында бөтә мәктәп ҡайнай, ярыш сәме менән яна, аш бешерә, ял итә һәм көндөң аҙағында арып-талып, күтәренке күңел менән ҡайтыу яғына йүнәлә. Шул ярыш-слеттарҙа ла мин Һеҙгә хайран ҡала торғайным: күпме үләндәр, таштар, минералдарҙы белә инегеҙ, төрлө туристик күнекмәләргә балаларҙы һәм беҙҙе, уҡытыусыларҙы, өйрәттегеҙ. Әйткәндәй, Һеҙҙең талапсанлыҡ уҡыусыларға киләсәктә ярҙам булды. Үҫеп килгән кешелә был яуаплылыҡ, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләне. Ә нисәмә уҡыусының ҡулын ҡыҫып, оло юлға оҙаттығыҙ. Улар барыһы ла Һеҙгә рәхмәтле. Һеҙ уҡытҡан осорҙан алып нисә быуын хәҙер үҙ аллы тормош ҡорған шәхестәргә әүерелде. Уларҙың барыһы ла Һеҙҙе абруйлы уҡытыусы тип иҫәпләй, Һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, өгөт-нәсихәттәрегеҙ уларға тормошто танып-белергә ярҙам итте. Бөгөн уҡыусыларығыҙ Һеҙҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Һеҙ ауыл өсөн бик күп эшләнегеҙ һәм ауылдаштар Һеҙҙе үҙ итте. Һеҙҙе белеүселәр бының менән килешер, тип уйлайым.

Һеҙ байтаҡ йылдар етәкселек иткән педагогтар коллективы, Һеҙҙе һәр ваҡыт яҡты уйҙар менән генә иҫкә ала. Сөнки Һеҙ уларҙы һәр ваҡыт аңлап, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да, ҡайғыларын да бергә уртаҡлаштығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәттәштәрегеҙҙең уңыштарына ихлас күңелдән һөйөнөүегеҙҙе иҫләйем. Ә Илфат Арыҫланбәк улы балалар менән ярыштарҙан призер булып ҡайтҡанда икеләтә ҡыуана инегеҙ. Шуны ла иҫләйем: уҡытыусыларҙың аттестацияһы ваҡытында комиссия ағзаларының иғтибарын ҡағыҙ эшенә түгел, ә эш һөҙөмтәләренә ҡарап баһалауҙарына йүнәлтә инегеҙ.

Ваҡыт һыу кеүек аға. Һеҙҙең беҙҙең аранан китеүегеҙгә бер йыл. Үкенесле, бик үкенесле. Ауыр саҡтарығыҙҙа Һеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба алмағаныма үкенәм. Миңә хәҙер Һеҙҙең рухығыҙға бағышлап доға ҡылырға ғына ҡала. Һеҙҙең менән бер коллективта эшләү бәхете тейеүенә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен. Аллаһы Тәғәләнән Һеҙҙең рухығыҙға еңеллек биреүен, Һеҙҙең кеүек шәхестәр күберәк булыуын һорайым. Мәрхүмдең урыны ожмахта булһын. Беҙ Һеҙҙе һағынабыҙ!

Илдус КИНЙӘБАЕВ.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: