Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 13:33

Гәзиткә яҙылып, бүләктәр оттолар

Уҙған йома «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите редакцияһы алдында «Бәхетле авто» конкурсы булды, унда акция үткәрелеү урынына автомашинаһында шәхсән килгән гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Йыйылыусыларға гәзиткә тоғро булғандары өсөн рәхмәт белдереп, баш мөхәррир Мансаф Ғәниев бүләк уйнатыуҙың башланыуы тураһында иғлан итте. Йыйылыусылар, ә улар бер нисә тиҫтә кеше ине, йәшниктән һандар яҙылған ҡағыҙҙарҙы сығарыуҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.

Шуныһы ғәжәп, беренсе ике бүләк беҙҙең тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ - Биктимер Ғәфиәтуллинға менән Ғәлиә Шәриповаға эләкте, улар бер нисә тапҡыр бүләк уйнатыуҙа еңгәндәре бар ине.

- Бына ниндәй бәхетлеләр, - тине минең эргәмдә торған бер ҡатын. - Нисек уларға һәр ваҡыт уңыш йылмая икән?

Уның һорауы яуапһыҙ ҡалды. Әммә бүләктәр ғәҙел уйнатылды тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Квитанциялар һәр осраҡта ентекле буталды һәм уларҙы бүләк уйнатыуға килеүселәр иҫәбенән төрлө кешеләр тартып сығарҙы.

Тағы ла ике бүләкте Рим Сәфиуллин менән Ғәли Ғатауллин отто.

- Район гәзитен утыҙ йыллап алдырамдыр, моғайын, - тип билдәләне Ғәли ағай. - Айырыуса, ауыл хужалығы, хеҙмәт кешеләре тураһында мәҡәләләр уҡырға яратам. Таныштарым тураһында мәҡәләләрҙе айырым папкаға йыйып барам. Һеҙгә бүләк өсөн рәхмәт. Был минең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Тираждарығыҙҙың артыуын һәм район гәзитенең һәр ваҡыт йәшәүен теләйем.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: