Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2018, 11:31

Стәрлебаш йәнә мөнәжәт башҡарыусыларҙы йыйҙы

Уҙған кесаҙна көндө элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыусыларҙың «Иман нуры» исемле IV Төбәк мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы булды. Ул халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған, әммә совет осоронда тыйылып килгән дини, өгөт-нәсихәт йөкмәткеле шиғырҙарҙы - мөнәжәттәрҙе тергеҙеү маҡсатында үткәрелде.

Беҙҙең халыҡҡа хас булған мөнәжәт көйләү - тәбиғәттең үҙ телендә, моң менән һөйләшеү, аңлашыу ул. Мөнәжәт башҡарыусылар Аллаһы Тәғәләгә дини йөкмәткеле шиғырҙар аша мөрәжәғәт итә. Ғәҙәттә бындай конкурстарҙа үҙенсәлекле, изге мөхит хөкөм һөрә. Был юлы ла шулай булды. Ҡунаҡсыл стәрлебаштар ҡунаҡтарҙы район Мәҙәниәт йорто алдында йылы сәләмләп кенә ҡалманы, ә матур тирмә ҡороп, республиканың бик күп райондары һәм ҡалаларынан килгән конкурста ҡатнашыусыларҙы район биләмә-ара китапханаһы һәм уның филиалдары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән хуш еҫле сәй һәм тәмле ризыҡтар менән ҡаршы алды. Бындай йылы осрашыуҙа конкурста ҡатнашыусылар бер-береһе менән танышты, элекке таныштарын да табып ихлас аралашты. Ә филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы композиторҙары ағзаһы, музыка белгесе, педагог Гөлназ Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер, актриса, театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Әлмира Ҡыуатова, билдәле композитор, музыкант, популяр йырсы Радик Динәхмәтов, республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы директоры Әлфиә Грязноваларҙан торған жюри ағзалары өсөн уларҙы бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алған «Күндерәккәй» халыҡ фольклор ансамбле таҡмаҡтар әҙерләгәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы шул тиклем дәртле башҡарҙы, хатта Радик Биктимер улы, түҙмәйенсә, ансамбль етәксеһе Люциә Байназарова менән бейергә төштө.

Тантаналы осрашыуҙан һуң һайлап алыу туры булды, бында жюри финал концерты өсөн иң яҡшы башҡарыусыларҙы һайланы. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү шул уҡ көндө 16.00 сәғәттә булды. Конкурста ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров йылы сәләмләне. Район менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, ул күңелгә үтеп инерлек сығыштар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Финал сығыштары бик тамашалы булды. Стәрлебаштар, бай фантазия күрһәтеп, Гала-концерттың инеш өлөшөн бик матур яһаны. Ҡурай моңо, аҡ һәм йәшел органза менән матур биҙәлгән сәхнәлә алтын хәрефтәр менән «Иман нуры» тигән яҙыу, шулай уҡ Зөфәр Атанғолов, «Күндерәккәй» халыҡ фольклор коллективы башҡарыуында йырҙар, «Йәйғор нурҙары» коллективы (Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йорто) башҡарыуында бейеү - барыһы ла бик матур һәм үҙенсәлекле булды. Милли стилдә биҙәлгән костюмдар, яңғыҙ йәки коллектив менән башҡарылған тәрән мәғәнәле, күңелгә үтеп инерлек сығыштар айырыуса ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле мөхит булдырҙы. Тамашасылар ҙа сәхнәгә сыҡҡан һәр ҡатнашыусыны көслө алҡыштарға күмде.

... Сығыштар тамамланды, сараның иң күңелле өлөшө - иң яҡшыларҙы бүләкләү мәле килеп етте. Алып барыусылар сәхнәгә жюри ағзаларын саҡырҙы, улар, үҙ сиратында, барыһын да - еңеүселәрҙе лә, ҡатнашыусыларҙы ла билдәләп үтергә тырышты (улар араһында райондың барлыҡ ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары вәкилдәре булды). Жюриҙың берҙәм фекере буйынса, Гран-при Ишембай районынан Гөлфиназ Әхмәтйәноваға бирелде. Конкурс лауреаттары һәм дипломанттары араһында стәрлебаштар ҙа бар. «Күндерәккәй» халыҡ фольклор коллективы һәм Тәтер-Арыҫлан ауылынан Илдар Фәттәхов I дәрәжә лауреаттар булды. III дәрәжә лауреаттар - «Аманат» Ямғырсы фольклор коллективы, Гөлйөҙөм Сәйепова һәм Фатима Сатучина. Баҡый ауылынан 83 йәшлек Нажия Байтимерова башҡарыусанлыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн диплом менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева жюри ағзаларына конкурс тураһында иҫтәлеккә уҙған йылдарҙа мөнәжәттәр башҡарыу конкурсында еңеүселәрҙең фотоһүрәттәре менән йыйынтыҡтар, ә жюри рәйесе Гөлназ Ғәлинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» почетлы исемен биреү менән ҡотлап, сәскә гөлләмәһе лә тапшырҙы. Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, халыҡ традицияларын һәм йолаларын һаҡлағаны өсөн халыҡ ижады методисы Зөлфиә Вапаеваға республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Конкурс тамамланды. Ул мөнәжәт башҡарыусыларға, жюри ағзаларына, тамашасыларға, ойоштороусыларға бихисап ыңғай тәьҫораттар, мөнәжәттәр башҡарыу сәнғәте тергеҙелеп, популярлыҡ яулауына бәйле шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк итте.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: