Һабантуйҙың тантаналы өлөшө ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән асылды. Уларҙы йола буйынса икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар (һүрәттә). Был көндө ҡунаҡсыл Стәрлебаш еренә республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Л.Р.Дәүләтбаева, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты рәйесе Р.С.Хисмәтуллина, Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы В.И.Куликов, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Х.Х.Рәхимов, «РегионСтройПлюс» йәмғиәте директоры Ф.А.Фәтҡуллин, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы етәксеһе А.Ф.Хәйбуллин, беҙҙең яҡташтарыбыҙ: РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Р.Р.Ишһарин, «Уфаоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Н.М.Мәхмүтов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, «Витадент» Халыҡ-ара медицина концернының генераль директоры Р.Ә.Хәсәнов, шулай уҡ М.Т.Юлдашев, М.Н.Шафиҡов, С.Ғ.Әхмәтов һ.б. килде.
Ҡунаҡтар район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров һәм район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев етәкселегендә төп трибунала урын алғас, сәхнәлә һәм уның тирәһендә Ғаилә йылына бағышланған фольклор-хореографик тамаша йәйелдерелде. Унда ысын ғаилә ҡиммәттәре, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, бәхетле бала саҡ сағылдырылды, шулай уҡ милләт-ара дуҫлыҡ - бер береһен алмаштырған башҡорт, рус, татар, сыуаш халыҡ бейеүҙәре һөҙөмтәлә ғәйәт ҙур тамашаға әүерелде.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа бирелде. Ул Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы йылы һәм ихлас күңелдән сәләмләне.
- Бөгөнгө тантана район хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә ойошторолдо, бында иң яҡшы хеҙмәт коллективтары вәкилдәре - тракторсылар, механизаторҙар, комбайнсылар, водителдәр, малсылар, баҫыусылар һәм хужалыҡ белгестәре йыйылды, - тине ул. - Аграрийҙарға дәүләт ярҙамы, юғары сифатлы орлоҡтар, минераль ашламалар ҡулланыу, һәйбәт һауа торошо, хеҙмәтте оҫта ойоштороу, механизаторҙарҙың һәм сәсеүҙә ҡатнашыусыларҙың тырыш хеҙмәте сәсеү эштәрен ҡыҫҡа срокта һәм юғары сифатлы итеп башҡарырға мөмкинлек бирҙе. «Заря» йәмғиәте механизаторҙары уны беренсе булып тамамланы. Башҡа ауыл хужалығы предприятиелары: «Күндерәк» хужалығы, Ленин исемендәге хужалыҡ, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте лә сәсеү кампанияһын ойошҡан рәүештә үткәрҙе. Хеҙмәте менән буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалып, бөгөн сәсеүлектәрҙе ҡараған, ауыл хужалығы техникаһын мал аҙығы әҙерләүгә әҙерләгән ауыл хеҙмәтсәндәре лә маҡтауға лайыҡ. Һәйбәт мал аҙығы базаһы, малдарҙы рациональ туҡландырыуҙы дөрөҫ ойоштороу, һыйырҙарҙы аҫрау һәм һауыу технологияларын үтәү район малсыларына малдарҙы аҙбарҙарҙа аҫрау осоронда һөттөң тулайым һауымын арттырырға булышлыҡ итте. Һарайҫа, Баҡый, Тәтербаш һөтсөлөк фермалары коллективтары һөт етештереү буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. БР «Центральная» МТСы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Миәкә филиалы малсылыҡ комплексының машина менән һыйыр һауыу операторы Зимфира Кирәева, 48,5 тонна һөт һауып, малсылыҡ тармағы алдынғылары исемлегенең алдынғы урынын биләй.
Сығышы аҙағында Фәнүр Зөфәр улы барлыҡ район халҡы исеменән республика Башлығы Р.З.Хәмитовҡа, Хөкүмәткә, республика Ауыл хужалығы министрлығына һәм депутаттарға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Артабан һүҙ Ләлә Дәүләтбаеваға бирелде. Ул республика Башлығы исеменән һәм үҙенән шәхсән стәрлебаштарҙы һабан байрамы менән ҡотлап, тотош республика һәм беҙҙең район буйынса ыңғай һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.
Һабантуй - 2018 флагын күтәреү өсөн «ТОЛПАР» йәмғиәте механизаторы Раян Хәбетдинов һәм «Урожай» йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы хисапсыһы Наталья Ким, район, республиканың күп тапҡыр чемпионы, Рәсәй чемпионы, Урал Кубогына эйә булыусы, көрәш буйынса спорт мастерына кандидат Рөстәм Мөхәмәтшин, «Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә» республика фестивалендә еңеүсе Стәрлебаш ауылынан Ғилмановтар ғаиләһе саҡырылды.
Һабантуй - алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе бүләкләү байрамы. Был көндө ауыл хужалығы тармағының иң яҡшы хеҙмәтсәндәре РФ, БР, район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Артабан сәхнәгә 60 йыл татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙары: Кәүсәриә һәм Ғәлийән Ҡаранаевтар, Люциә Байназарова һәм Рәшит Әбүләевтар, Валентина һәм Геннадий Денисовтар, Ирина һәм Виталий Тимофеевтар саҡырылды. Фәнүр Зөфәр улы республика Башлығы исеменән юбилярҙарға ҡотлау открыткалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Һабантуй байрамы алдынан беҙҙең районда яңы ғаилә ҡоролдо. Һарайҫанан Әлфинур Юлай ҡыҙы һәм Мостафа ауылынан Фидан Мансур улы Көҫәпҡоловтар никахтарын теркәне. Уларға иң изге теләктер әйтелеп, бүләктәр һәм бәхет, именлек асҡысы тапшырылды.
Ат сабышы - иң шәп тамаша
Елдәй етеҙ, йылғыр сабыш аттары Һабантуй үҙәгендә булды. Ат бәйгеһе, һис шикһеҙ, һәр ваҡыт иң шәп тамаша булып һанала. Шуға ла халыҡ майҙанды уратып алып, был тамашаны яратып күҙәтә.
Быйылғы Һабантуй бәйгеһенә райондан ун бишләгән һыбайлы килгән. Ленин исемендәге, Матросов исемендәге хужалыҡтар, яуаплылығы сикләнгән «Күндерәк», «Правда»агрофирмаһы», «Урожай» йәмғиәттәре, «Центральная» МТСы һәм бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы үҙҙәренең иң етеҙ юртаҡтарын алып килгән.
Бөтәһе өс заезд булды. Шуларҙың тәүгеһендә биш атҡа старт бирелде. Төркөмдә иң яҡшы - 2 минут 54 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, Бикташева крәҫтиән-фермер хужалығынан Эксклюзив ҡушаматлы айғырҙа Алик Бикташев беренсе булды. Икенсе булып финишҡа Ричард ҡушаматлы айғырҙа Матросов исемендәге хужалыҡтан Артур Рәхимов килеп етте. «Күндерәк» хужалығынан Азат Фәтҡнисламов Комбат ҡушаматлы туры айғырында өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.
Башҡа ике заезда һыбайлылар Артем Денисов Фрау ҡушаматлы бейәһендә (Матросов исемендәге хужалыҡ), Айнур Туҡтамышев Рапсал ҡушаматлы айғырында (Бикташева крәҫтииән-фермер хужалығы) һәм Альберт Садыҡов Брук ҡушаматлы бейәһендә (Ленин исемендәге хужалыҡ) иң яҡшы ваҡыт күрһәтте.
Финалға иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән ете һыбайлы сыҡты. Бында Ленин исемендәге хужалыҡтан Альберт Садыҡов еңеү яуланы. Икенсе булып финиш һыҙығын Алик Бикташев үтһә, өсөнсө урынды Айнур Туҡтамышев алды.
Ат сабышында еңеүселәр һәм бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһыла аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр яланға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Бер рәткә теҙелгән тирмәләр буйлап йөрөгәндә үткәндәргә, тарихҡа тағы ла бер байҡау яһамайынса ҡалмайһың. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы ла нәҡ ошонда, тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр. Боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтырған тирмәләр оло йыйынға йыйылыусы район халҡын ғына түгел, ә сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙа, башҡа милләт вәкилдәрендә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ун тирмәлә лә «Ғаилә йылына» айырыуса урын бирелгәйне. Намыҫлы хеҙмәте, бер-береһенә изгелекле мөнәсәбәте менән ауыл халҡы араһында абруй яулаған ғаиләләрҙең фотостендтары, альбомдары, фотопортреттары тирмәләрҙең эсен генә түгел, тирә-яғын да биҙәне.
Тыш яҡтан һәр тирмә сағыу милли орнаменттар менән биҙәлгән. Ә тирмә эсенә иһә ҡул эштәре, һандыҡ өҫтөндәге ҡорама, түшәктәр, боронғо селтәрҙәр, аҫалы балаҫтар эленгән. Ағас һауыт-һабалар, ҡолға, ҡул тирмәне һәм шулай уҡ милли аш-һыуҙың төрлөлөгө лә боронғо тормошто бөтә ысынбарлығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Оҫта ҡуллы ата-бабаларыбыҙҙың нәҫеле шулай уҡ талантлы һәм эшһөйәр булыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, Матросов исемендәге хужалыҡтан Риф Әсәнов оҫта итеп ағастан эшләгән төрлө йәнлек һәм ҡош һындарын алып ҡына ҡарайыҡ. Шул тиклем матур - күҙҙең яуын алып торалар! Һабантуй бөткәнсе тиерлек улар эргәһенән халыҡ өҙөлмәне, оҫтаның алтын ҡулдарына һәм фантазияһына һоҡланды. Ә ингән ерҙә йәнһүрәттән Бүре һыны бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
Йәки Ямғырсы ауыл биләмәһенән Азат Фәхриев һәм Флүр Кәримовтың эштәрен алып ҡарайыҡ. Сетка-рабица, төрлө үлсәмдә һәм төҫтә евровагонка, аҙыҡ-түлек турау өсөн биҙәп яһалған таҡталар, уҡлауҙар, мунса өсөн ҡыҙыҡлы алтаҡталар - ошо эшһөйәр ир уҙамандарының ҡулынан барыһы ла килә. Уларҙың әйберҙәре лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ямғырсыларҙы айырыуса билдәләп үтке килә. Ошо ауыл биләмәһе ҡуйған тирмә - һуңғы йылдарҙа беренсе ҡарлуғас. Был да ойоштороусанлыҡ һәләтенә эйә булған яңы ауыл биләмәһе башлығы Фәнүр Кәримовтың йәнәшәһендә ауылдаштарын туплай алыуы арҡаһында була.
Дөйөм алғанда, тирмә ҡороусыларҙың барыһы ла ҙур тырышлыҡ һалған. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо, хужалар ҡунаҡсыл булды. Улар тәмле аш-һыу менән һыйлауҙан тыш, ҡунаҡтарға йырҙар, таҡмаҡтар бүләк итте. Хатта ат сабыштарынан һуң ҡойоп яуған ямғыр ҙа йыйылыусыларҙы ҡурҡыта алманы. Иң бирешмәҫтәр ҡалды.
Һөҙөмтәлә, тирмәләр конкурсында, жюри баһалауынса, беренсе урын «Күндерәк» хужалығына һәм Һарайҫа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә бирелде, икенсе урында Ленин исемендәге хужалыҡ һәм Ҡуғанаҡбаш ауыл Советы, өсөнсө урыда - Ямғырсы ауыл биләмәһе, шулай уҡ «Ҡабыҡҡыуыш» йәмғиәте һәм Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте. Башҡалар: «Нур» йәмғиәте һәм Күндерәк ауыл Советы - «Иң матур тирмә», «ТОЛПАР» йәмғиәте һәм Буҙат ауыл биләмәһе - «Иң яҡшы тематик биҙәлгән тирмә», Аллағыуат ауыл Советы - «Көндәлек кәрәк-яраҡтарына иң бай тирмә», Матросов исемендәге хужалыҡ һәм Хәлекәй ауыл биләмәһе - «Иң үҙенсәлекле биҙәлгән территориялы тирмә», «Правда» агрофирмаһы» һәм Баҡый ауыл биләмәһе - «Иң яҡшы аш-һыу», «Урожай» йәмғиәте һәм Стәрлебаш ауыл биләмәһе - «Иң ҡунаҡсыл тирмә» номинацияларында бүләкләнде.
Ғәҙәттәгесә, милли көрәш бик күп тамашасы йыя. Беҙҙең районда көрәш бик популяр булғанға күрә, унда ҡатнашып, оҫталығын күрһәтергә теләүселәр йылдан - йыл күбәйә. Көтмәгәндә яуған ямғыр арҡаһында ғына көрәш бер аҙға туҡталып торҙо. Әммә болоттар артынан ҡояш күренеү менән көрәшселәр ҙә, тамашасылар ҙа үҙ урындарына ҡайтты.
Ағымдағы йылда көрәш ике келәмдә ун ауырлыҡ категорияһы буйынса барҙы. Бер келәмдә еңел ауырлыҡ категорияһы, икенсеһендә ҙур ауырлыҡтағы көрәшселәр үҙ көстәрен күрһәтте. Һәр ваҡыттағыса, Ҡабыҡҡыуыш, Түбәнге Аллағыуат, Йәлембәт һәм Иҫке Ҡалҡаш көрәшселәре башҡаларҙан айырылап торҙо. Бер нисә сәғәт кәрәшкәндән һуң иң көслөләр билдәләнде.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында Ҡабыҡҡыуыштан Дим Ишембәтов (40 кг тиклем), Айнур Собханғолов (60 кг тиклем), Айнур Кинйәбаев (70 кг тиклем), Айҙар Әхмәтов (90 кг тиклем), Түбәнге Аллағыуаттан Рафиҡ Шароян (50 кг тиклем), Ринат Ильясов (60 кг тиклем), Райман Моратов (70 кг тиклем), Илдар Моратов (90 килограмдан ашыу), Йәлембәттән Айнур Хужин (70 килограмдан ашыу), Иҫке Ҡалҡаштан Урал Булатов (80 кг тиклем) чемпиондар булды. Һабантуйҙың абсолют чемпионы исеме өсөн көрәшергә келәмгә танылған көрәшселәр, республиканың күп тапкыр чемпиондары Илдар Моратов, Айнур Кинйәбаев, Альфред Ҡолһарин, Илшат Ҡолгилдин сыҡты. Хәл иткес алышта тәжрибәле көрәшсе Илдар еңеү яуланы һәм Һабантуй-2018 чемпионы булды. Барлыҡ еңеүселәргә һарыҡ тәкәләре, призерҙарға - ҡиммәтле бүләктәр бирелде. Абсолют чемпион аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Халыҡ уйындары һәм спорт ярыштары
Был көндө стәрлебаштар һәм байрамға килгән ҡунаҡтар төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа һәм халыҡ уйындарында саялыҡтарын, таһыллыҡтарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Ат сабыштары тамамланғандан һуң, ярыштар үткәрелгән майҙансыҡтар ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр менән тулды. Төрлө ярыштарҙа үҙ көсөн һанап ҡарарға батырсылыҡ итеүселәрҙе тотош ғаиләләре менән хупланылар.
Йыл һайын, армрестлинг - ҡул көрәше уйынына иң көслө һәм ҡомарлы егеттәрҙе йыя. Ҡатнашыусыларҙың көсөргәнешле йөҙҙәре был ярыштың ни тиклем етди булыуын һөйләй. Ҡулыңды бер секундҡа ғына бушатһаң да, һиң еңелдең тигән һүҙ! 75 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында Илнар Ғәйетов еңеү яуланы, икенсе урын Данис Ғәйетовта (икеһе лә Стәрлебаштан), өсөнсө урын - Салауат Насировта (Иҫке Ҡалҡаш ауылы). 75 кг ашыу ауырлыҡ категорияһында Илнур Искәндәров еңеүсе булды. Денис Бикмурзин икенсе булды, өсөнсө урын - Линар Әсәҙуллинда. Уларҙың өсөһө лә район үҙәгенән.
Турникта күтәрелеү өсөн дә кеше байтаҡ йыйылды. Бында уҙған йылда еңеүселәр Аяз Сатлыковты (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Илвир Низаметдиновты (Буҙат ауылы), Линар Рәхимҡоловты (Первомайский ауылы) күрергә мөмкин ине. Көсөн һанап ҡарарға теләүселәр күп булһа ла, был егеттәр йәнә алдынғылар булды. 100 метрға йүгереүҙә лә ҡатнашыусылар күп ине. Бында спортсыларҙан бөтә көсөн һалып, дистанцияны тиҙ арала үтеү талап ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡапыл яуып ебәргән ямғыр арҡаһында волейбол уйыны булманы. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ уйындары үтте. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Етеҙҙәр көйәнтәләп һыу ташыу, ҡалаҡта йомортҡа менән йүгереү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты, күҙ бәйләнгән килеш көршәк ватты.
Ҡолғаға менеү - бик тамашалы булды. Бүләкте алыу өсөн көс, етеҙлек, ҡыйыулыҡ кәрәк ине. Сөнки бағана бейек, шыма һәм, етмәһә, бәүелеп тора. Бағанаға менеүселәргә генә түгел, хатта күҙәтеп тороусыларға ла өҫкә ҡарау ҡурҡыныс ине. Беренсе булып ҡолғаға менергә Стәрлебаш ауылынан Виктор Красноженов батырсылыҡ итте. Тәпәш кәүҙәле һулһа ла етеҙ Виктор уҙған йылда ла ошо һынауҙарҙы үтә алды. Бер нисә минуттан етенсе класс уҡыусыһы ҡулына иҫтәлекле бүләк - үтек алды. Хәлекәй ауылынан Юнис Ғәлиев та беренсе йыл ғына үрмәләмәй. Был юлы уға бүләккә япма эләкте. Район үҙәгенән Айҙар Аҡкөбәков ҡолғаға өсөнсө булып менде.
Ауыш ҡолғаға менеү өсөн дә күп тырышлыҡ, атап әйткәндә, тигеҙлек һаҡлау талап ителде. Әммә ҡыйыуҙар табылды, сөнки бүләккә - тере әтәс тә көтә ине! Бында Ибраҡай ауылынан ағалы-ҡустылы Рушан һәм Айтуған Мөхәмәтйәновтар, Эльвина Мөрәсева, Данис Ғәлиев (икеһе лә район үҙәгенән) иң көслөләре булды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтте. Ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды. Иң етеҙҙәр бүләкләнде, башҡалар ҙа мәхрүм ҡалманы, уларға ла приздар тапшырылды.
Һабантуйҙа йырлап - бейеп, күңел ас!
Ниндәй байрам концертһыҙ үтһен инде? Бер-бер артлы беҙҙең артистар, ижади коллективтар һәм саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаған сәхнә үҙ тирәһенә байтаҡ халыҡ йыйҙы. Концерт программаһын тамашасылар лайыҡлы баһаланы. Республикабыҙ һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артистары башҡарыуында йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Байрамда «Карамельки» вокаль ансамбле (Балалар ижад йорто, етәксеһе Маргарита Сәлихова), Илүзә Ҡаҙаҡбаева бик матур сығыш яһаны. Татар-башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Гөлназ һәм Элмир Ғәзизуллиндар, үҙенең яҡташтары - әмирҙәргә бағышлап йыр башҡарған Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Айрат Хәлиҡов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәли Хөснөтдинов һәм уның улы Эдуард байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Шулай уҡ популяр йырсыларыбыҙ Гөлшат Арыҫланова менән Зөлфиә Бирҙеғолованың ихлас һәм моңло йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Концерт дауамында һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.
Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, артистарҙың сығыштары тамашасыларҙа һоҡланыу уятты, күптәр уларға ҡушылып, дәртләнеп китеп, бейергә төштө.
Шулай ҙа һауа торошо Һабантуйҙың барышына үҙгәрештәр индерҙе. Төшкә ҡарай, байрамдың иң ҡыҙған мәлендә, күк йөҙөн болот ҡапланы һәм күп тә үтмәй ямғыр яуа башланы. Боронғо ырым буйынса, Һабантуйҙа ямғыр яуһа - уңыш мул буласаҡ, тиҙәр. Ер шифалы ямғыр һыуы менән һуғарылһын, ә ҡояш йылыһын йәлләмәһен. Уңыш мул булһа - иген дә, именлек тә, иртәгәһе көнгә ышаныс та буласаҡ.
Майҙанда киләһе осрашҡанға тиклем! Киләһе Һабантуйға тиклем!
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ һәм М.ӘҺЛИУЛЛИНА фотолары.