29 майҙа район Мәҙәниәт йортонда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына кандидаттарҙы билдәләү буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы С.Ф.Харасов (һүрәттә) менән осрашыу булды.
- 2018 йылдың 9 сентябрендә, берҙәм тауыш биреү көнөндә, беҙгә, республика, шул иҫәптән беҙҙең район халҡына, Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайларға тура киләсәк. Бына инде бер нисә йыл «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы алдан тауыш биреү - праймериз үткәрә. Май уртаһында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләгән депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү тамамланды. Әлеге ваҡытта депутатлыҡҡа кандидаттар һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Бөгөн беҙҙең менән осрашыуға Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы Салауат Фәттәх улы килде.
3 июндә райондың алты иҫәп участкаһында алдан тауыш биреү буласаҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш йыйған ике кандидат 9 сентябрҙә дөйөм һайлауҙа ҡатнашыу өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеләсәк.
- «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттарҙы хуплаусы барлыҡ һайлаусылар алдан тауыш биреүҙә ҡатнаша ала, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Ф.З.Туҡтаров, сараны асып. Артабан Фәнүр Зөфәр улы партияның урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Н.Ҡ.Ғиззәтуллинаға һүҙ бирҙе.
Наилә Ҡадир ҡыҙы праймеризда ҡасан, ҡайҙа һәм нисек ҡатнашырға мөмкин булыуы тураһында ентекле һөйләне.
Артабан Салауат Харасов сығыш яһаны. Ул үҙенең автобиографияһы һәм һайлау алды программаһы менән таныштырҙы. Ҙур булмаған, әммә аныҡ программаһында ул хеҙмәт кешеләренә ярҙам итеүҙе, кешеләргә ҡарата изгелекле һәм ихтирамлы мөнәсәбәтте өҫтөн ҡуя.
- Мин күп вәғәҙә итмәйем, әммә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен, - тине һүҙе аҙағында Салауат Фәттәх улы. Артабан ул осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Сараны тамамлап, Фәнүр Зөфәр улы ҡунаҡҡа һәм йыйылыусыларға осрашыуҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Алдан тауыш биреү - был һайлау түгел, һәм уны алмаштыра алмай. Шуға ла кандидаттарға тулыһынса ышаныс белдерер өсөн 9 сентябрҙә һайлауға мотлаҡ барырға кәрәк, тип билдәләне ул.
Районда Стәрлебаш ауылының район Мәҙәниәт йортонда, Йәшергән, Ҡуғанаҡбаш, Ямғырсы, Ҡарағош, Түбәнге Аллағыуат ауыл мәҙәниәт йорттарында алдан тауыш биреү буйынса алты иҫәп участкаһы булдырылған.
3 июндә 9.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем улар тауыш биреү өсөн асыҡ буласаҡ. Тауыш биреү өсөн паспорт менән яҡындағы иҫәп участкаһына барырға кәрәк.