Таһир Заһиров армия хеҙмәтенә 1972 йылдың көҙөндә алына. Карпат аръяғы өлкәһендә хеҙмәт итә. Уларҙың 32-се сик һағы Көнбайыш сиге округы составына инә. Улар Румыния сигендә тыныслыҡ һағында тора.
- Тирә-яҡта Карпат тауҙары. Участка территорияһын йәйәүләп йөрөп сығыу мөмкин түгел тиерлек. Беҙ күберәк һыбай йөрөнөк. Беҙгә, бала саҡтан атта йөрөп үҫкән ауыл егеттәренә, ауыр булманы. Стәрлебаш районынан беҙ дүртәү инек. Әлегә тиклем Тәтер-Арыҫлан ауылынан Хәйҙәр Бикчәнтаев менән аралашам. Уның менән бергә армияға киттек, бергә ҡайттыҡ. Шулай уҡ Табылды ауылынан, район үҙәгенән дә егеттәр булды, улар менән сик һағында хеҙмәт иттек, - тип һөйләй ветеран-сик һаҡсыһы.
25 йыл үткәс Таһир Ғәбделхаҡ улының улы Азатҡа ла элиталы сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килә.
- 1997 йылдың ноябрендә беҙ, республиканан хеҙмәткә алынған 100ҙән ашыу егет, поезда Көнсығышҡа табан йүнәлдек. Бер аҙна барҙыҡ. Уҡыуҙарҙы Приморье крайының Камень-Рыболов ҡасабаһында үттем, беҙҙең часты таратҡандан һуң Амур өлкәһендә хеҙмәт иттем.
- Урман, тауҙар, тәбиғәт - иҫ киткес. Ҡар юҡ тиерлек. Әгәр иртән ап-аҡ ҡар ятһа, төшкөлөккә бер ҡар бөртөгө лә ҡалмай, - тип һөйләй Азат Заһиров. - Йәнәшәлә генә - Амур йылғаһы. Уның бер ярында - Рәсәй, икенсеһендә - Ҡытай. Әйткәндәй, ул яҡтарҙа Ҡытай халҡы бик күп. Баҙарҙа ла сауҙа итәләр, производствола ла эшләйҙәр. Сикте боҙоп үтеүселәр менән осрашырға тура килмәне, ә бына алыҫ түгел генә бер нисә кешене тотҡандар, әммә һуңынан асыҡланыуынса, улар аҙашҡан булып сыҡты.
Азат Таһир улы әйтеүенсә, сик буйы ғәскәрҙәре көнөн улар һәйбәт компанияла, үҙҙәре кеүек үк, элекке сик һаҡсылары менән билдәләй.
Барлыҡ ил сиге һаҡсыларына Заһировтар сәләмәтлек, тыныслыҡ, изгелек һәм һәр ваҡыт көслө, ҡыйыу ир-егеттәр булып ҡалыуын теләй.