Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2018, 15:03

Башҡортостанда Журналистар фестивале уҙғарыла

«Журфест-2018» 14 июндә Башҡортостандың Ҡариҙел районында Павловка һыу һаҡлағысы буйында урынлашҡан «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторола.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған журналистар фестивале йыл һайын уҙғарыла. Быйылғы фестивалдең төп темаһы — «Телде, мәҙәниәтте, этносты һаҡлау ҡоралы булараҡ милли матбуғат».
Журналистар һабантуйы рәүешендә үткәрелгән байрамды Башҡортостандың Журналистар союзы ойоштора.
Был байрам — журналистар берләшмәһенә проблемаларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы тикшереү, киләсәккә пландар билдәләү өсөн яҡшы мөмкинлек ул. Фестиваль барышында түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар уҙғарыла, уларҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша, шулай уҡ яңы формалар һәм эш алымдары, киң мәғлүмәт сараларында милләт-ара мөнәсәбәттәр проблемаларын сағылдырыу үҙенсәлектәрен, этно-мәҙәни йүнәлештәге медиа-проекттарға ярҙам мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Сарала федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы фестивалдә 400-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. "Башинформ".
Читайте нас: