Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2018, 14:52

Башҡортостанда ата-әсәләргә тәүгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырыла

Шәмбе, 19 майҙа, Өфөнөң Конгресс-холында тәүгә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырыла.

Ошо награда менән республикаға дан килтергән балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе, шулай уҡ күп балалы ата-әсәләрҙе (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусыларҙы, опекундарҙы, ҡарауға алыусыларҙы) бүләкләйҙәр. Тантана Башҡортостанда барған «Ғаилә аҙнаһы» сиктәрендә үтә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнөн билдәләнеләр. Шуның менән бәйле төбәк ведомствоһы тематик аҙна башлап ебәрҙе. Һәр көн төрлө девиз аҫтында үтә. Дүшмәбе, 14 май «Ғаилә изгелек бумерангы» хәйриә акцияһынан башланды. Уның маҡсаты – балалар тауарҙары: коляска, автомобиль креслоһы, велосипед, балалар ултырғыстары һәм башҡа әйберҙәр йыйыу һәм уларҙы мохтаж ғаиләләргә тапшырыу. Уларҙы республика ҡала-райондарында асылған «Ғаилә» үҙәктәренә килтерергә мөмкин. Бүлексәләрҙең адрестарын һәм эш ваҡытын 8 800 347 5000 телефонына бушлай, исем-шәрифеңде белдермәй шылтыратып белергә була.
Шишәмбе, 15 май тағы бер «Бәхетле сәғәт» тигән үҙенсәлекле акция менән исемләнде, уның сиктәрендә эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәренә эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡарта алды.
Ленара Иванова билдәләүенсә, был һорауҙа бөтә юридик фомаллек үтәлгән.
«Беҙ республиканың эш биреүселәренә эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу кәңәше менән мөрәжәғәт иттек, Хеҙмәт министрлығы, Профсоюздар федерацияһы һәм Эш биреүселәр союзы араһында тейешле килешеү төҙөнөк, тимәк был документтың законлы нигеҙе бар», — тип аңлатты министр.
Ниндәй эш биреүселәрҙең был башланғысҡа ҡушылыуы акция йомғаҡтары буйынса билдәле була, тип өҫтәне Ленара Иванова.
Шаршамбы, 16 май, «Ата-әсәйҙәргә шылтырат» девизы аҫтында үтә. 17 май Халыҡ-ара ышаныс телефонына арнала. Республика ата-әсәләргә психологик ярҙам итеү хеҙмәте эшләй — 8 800 347 5000, шулай уҡ бөтә Рәсәй балаларҙың ышаныс телефоны, уға өлкәндәр ҙә шылтырата ала — 8 800 2000 122, тип хәтергә төшөрҙө Хеҙмәт министрлығы башлығы.
Йома һәм шәмбе (18 һәм 19 май), туйҙар көнөндә, «Беҙ Ғаилә йылында өйләнештек» акцияһы үтә. Уның сиктәрендә был көндө никахын теркәгән 140 ғаилә бүләккә машинаға иҫтәлекле стикер ала.
«Ғаилә аҙнаһы» ата-әсәләр (ғаилә) форумы (Конресс-холда) һәм «Ғаилә ялы» («Июнь» сауҙа-күңел асыу комплексында) менән тамамлана. Ата-әсәләр форумында «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын тапшыралар.
Ленара Иванова әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда 1,179 меңдән ашыу ғаилә йәшәй, шул иҫәптән 18 йәшкәсә балалар менән 538 мең ғаилә.
Тематик йыл башынан ведомство, ғаилә сәйәсәте өлөшөндә дөйөм республика хәлен тикшереп, һәр муниципалитет өсөн ғаилә паспорты булдырған.
«Беҙ ҡалаларҙың һәм райондарҙың тыуым-үлемдән, ғүмер оҙонлоғонан алып, енәйәтселеккә һәм инфраструктура барлығына саҡлы бөтә социаль күрһәткестәрҙе ҡараныҡ. Һәр муниципалитетҡа уларға ниндәй йүнәлештә эшләү, нимәгә иғтибар итеү кәрәклеген аңлау өсөн мәғлүмәт бирҙек. Был системалы аналитик эш үҙебеҙ өсөн дә нигеҙ булып тора, — тип билдәләне Ленара Иванова. – Ошо мәғлүмәттәргә күрә тикшеренеүҙәр кәрәклеген күрҙек, атап әйткәндә, юстиция дәүләт комитеты менән йәштәрҙең репродуктив күрһәтмәләрен өйрәнеү күҙалланған. Беҙгә бөгөн хәлдең нисек үҙгәргәнен аңлау мөһим. Беҙгә әлеге ваҡытта йәштәрҙең нисә бала табырға уйлағандарын белеү ҡыҙыҡлы. Нисә йәштә улар ата-әсәй булырға теләй һәм уға уларға ниндәй сәбәптәр ҡамасаулай».
Ведомство башлап ебәргән тағы ла бер проект — «Ғаилә медиацияһы».
«Күп ғаиләләр тарҡалған Өфөнөң Дим, Совет, Октябрь, Орджоникидзе, шулай уҡ Бөрө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Күмертауҙа айырылышырға теләгән ғаиләләр менән ғаилә медиаторҙары эшләйәсәк. Был турала бөтә мәғлүмәтте 8 800 347 5000 телефоны буйынса белергә мөмкин», — тип асыҡлыҡ индерҙе Ленара Иванова.
Бынан тыш, һәр айҙың тәүге шаршамбыһы Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларҙа «Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө» уҙғарыла.
"Башинформ".

Читайте нас: