Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 11:29

Яҡындарым менән бәхетлемен

Белеүебеҙсә, беҙҙең республикала 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Күптән түгел Ҡабыҡҡыуыш мәктәбе уҡыусылары ошо темаға арнап инша яҙҙы. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең ата-әсәләре, өләсәй - олатайҙары тураһында айырыуса ғорурлыҡ менән һөйләй. Гәзит уҡыусыларына шуларҙың береһе менән таныштырабыҙ.

Кеше был донъяла бер үҙе генә йәшәй алмай, беҙ барыбыҙ ҙа яңғыҙлыҡтан ҡурҡабыҙ. Шуға ла ғаиләм, өйөм һәм туғандарым - минең терәк-таянысым. Мин уларҙың мөхәббәтенә, иғтибарына мохтаж. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә ете кеше - атайым, әсәйем, ҙур хөрмәткә лайыҡлы олатай-өләсәйем, Нур ағайым, Ильяс туғаным һәм мин.

Олатайым менән өләсәйем ҙур тормош юлы үткәндәр. Олатайым Усман Мырҙағол улына 90, ә өләсәйем Фәниә Шәрәфетдин ҡыҙына - 88 йәш. Ә уларҙың бергә йәшәүҙәренә быйыл 60 йыл булды. Олатайым ғүмер буйына колхозда механизатор булып эшләгән. Төп эшенән тыш, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Өләсәйем сөгөлдөр үҫтергән, бәйләгән, тәмле бәлештәр, аштар бешергән. Улар ете балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп, тормош юлына сығарғандар. Атайым Йәмил, иң кесе улдары булараҡ, төп нигеҙҙә төпләнгән. Уны спортсы, көрәшсе булараҡ, район һәм республика ярыштары чемпионы булараҡ, яҡшы беләләр. Минең әсәйем Зинфира Дамир ҡыҙы - Ҡабыҡыуыш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уның әсәһе Маһинур Ишмөхәмәт ҡыҙы, икенсе өләсәйем дә, 33 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Ул күрше Күндерәк ауылында йәшәй.

Атайым беҙҙе «улдарым - уң ҡанаттарым» тип йөрөтә. Ул беҙҙе төрлө эшкә өйрәтә. Атайым кеүек беҙ ҙә, көрәш менән шөғөлләнәбеҙ. Нур ағайым Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәптә уҡый. Ул тик «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшә, матур йырлай. Ҡустым Ильяс 1 класта уҡый.

Ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ менән бергә йыйылғанда беҙҙә бик күңелле. Күмәкләшеп эшләгәндә лә, һөйләшеп ултырғанда ла беҙ өлкәндәрҙән күп нимәгә өйрәнәбеҙ. Мин үҙебеҙҙең ҙур һәм татыу ғаиләбеҙ менән ғорурланам һәм шуның менән бәхетлемен.

Ирәндек СОБХАНҒОЛОВ,

Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: